Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОВЕТТАР

Просмотров: 1480

СОВЕТТАР, 1918—93 йй. РСФСР‑ҙа, СССР‑ҙа һәм РФ‑та дәүләт власының һайланған органдары. Дәүләт власының сәйәси нигеҙе. Революцион властың һайланма органдары булараҡ С. революция (1905—07) осоронда барлыҡҡа килеп, революция еңелгәндән һуң юҡҡа сығарылған. Революция (1917) ваҡытында бөтә урындарҙа ла берҙәм Эшсе һәм һалдат депутаттары С., Крәҫтиән депутаттары (губерна, өйәҙ, улус) С., Мосолман эшсе депутаттары С. ойошторолған. С. системаһы тәүге тапҡыр РСФСР Конституцияһында (1918) нығытылған, уға ярашлы дәүләттә юғары власҡа —Бөтә Рәсәй, өлкә, губерна, өйәҙ һәм улус Советтары съездары, ә съездар араһында Бөтә Рәсәй ҮБК эйә булған. Совет Социалистик Республикалар Союзы барлыҡҡа килгәс, С. берҙәм система хасил итеп, уның түбәнге звеноһын — ҡасаба һәм ауыл советтары, юғарыһын СССР ЮС‑ы тәшкил иткән. Совет власын 1918—36 йй. — Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары С., 1937—77 йй. — Хеҙмәтсәндәр депутаттары С., 1977— 91 йй. окт. алып Халыҡ депутаттары С. (РФ‑та 1993 й. окт. тиклем) кәүҙәләндергән. С. закондар сығарыу власы һәм башҡарма власть эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырырға тейеш булған, 1918 й. алып Советтар съездары м‑н ЮС‑тың бурыстары партия һәм башҡарма органдарҙың ҡарарҙарын закон б‑са нығытыуға ҡайтып ҡалған. С. власы тип аталһа ла, ғәмәлдә дәүләттә власть Советтар Союзы Коммунистар партияһы ҡулында булған. Совет власы эш иткән осор парламентаризм идеяларынан баш тартыу м‑н ҡатмарлашҡан. Халыҡ вәкәләте исем өсөн булған, закон сығарыу эшмәкәрлеге сикләнгән. 1993 й. барлыҡ кимәлдәге С. бөтөрөлә. Башҡортостанда тәүге С. 1905 й. 7 дек. Өфөлә Өфө т. юл оҫтаханалары (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы) эшселәре тарафынан стачка ком‑ты (рәйесе И.С.Якутов) базаһында һайлана. 1917 й. 5 мартында Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы ойошторола. БАССР Конституцияларында (1925, 1937, 1978) С. — дәүләт власының юғары органы (ҡара: Юғары Совет, Министрҙар Советы) тигән положение нығытылған (РСФСР һәм СССР Конституцияларындағы кеүек). “Совет власы”, “совет” төшөнсәләре дәүләттең 1917—93 йй. сәйәси тарихына ҡарата ҡулланыла. “Совет” һүҙе урындағы үҙидараның һайланған органдары һәм ҡайһы бер ойошма, учреждениелар атамаһында (Дәүләт Советы, Федерация Советы, Йәмәғәт именлеге советы һ.б.) һаҡланып ҡалған.

Әҙәб.: С а й р а н о в Х.С. Упрочение Советской власти в Башкирии: (1919—1922 гг.). Уфа, 1957; Г а н е е в Р.Г. Советы Башкирии в 1919—1920 годах. Уфа, 1961.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: