Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИҪТӘ

Просмотров: 1119

БИҪТӘ, 12—18 бб. Рәсәйҙә торамаларҙың бер төрө. Билдәле бер ваҡытҡа һалым һәм йөкләмәләрҙән азат ителгән күсеп килеүселәр урынлашҡан. Ҡайһы ведомствоға, ҡатламға һәм этник төркөмгә ҡарауы (монастырь, немец, пушкарҙар, стрелецтар, татар, батша һарайы Б. һ.б.), урыны [ҡала, ҡала яны; өйәҙ (уларға ауылдар ҡарай) Б.] б‑са айырылған. Өфө өйәҙендә ҡала яны һәм өйәҙ Б. була. 1591 й. Өфө өйәҙенең төньяҡ өлөшөндә Яңы Никольск Б. (ҡара: Уҫы) нигеҙ һалына. Тәүҙә улар ҡалаларға һәм батша һарайы ауылдарына яҡын ерҙә төҙөлә. Өфө янында батша һарайы крәҫтиәндәре йәшәгән Яңы Б. (ҡара: Богородский), биҫтә татарҙары торамаһы була. 1626 й. Кама й. буйында Яр буйы Б. (хәҙ. Яр Саллы ҡ.) нигеҙ һалына, уның халҡы 1738 й. тиклем һалым һәм йөкләмәләрҙән азат ителә. 17 б. өйәҙҙең төньяҡ‑көнсығышында — Тинес (хәҙ. Урыҫ Тинесе а.), Бәгәрәк (икеһе лә — Силәбе өлк.), Окунев (Оло Окунев а.), Мейәстамаҡ, Сүмләк (бөтәһе лә — Ҡурған өлк.), Шадринск (Шадринск ҡ.) һ.б. Б., 18 б. Өфө провинцияһының көньяғында һәм көньяҡ‑көнбайышында Бөгөлмә биҫтәһе, Боғорослан биҫтәһе, Мочинск Б., ҡала яны Берда казак (Ырымбур ҡ. составында) һәм Сәйет биҫтәләре барлыҡҡа килә. 18 б. 2‑се ярт. өйәҙ Б. ауыл, ҡала яны, өйәҙ ҡалалары статусы ала; ҡала яны Б. ҡалалар эсенә инә, уларҙың атамаһы ҡала кварталдары исемендә һаҡлана (ҡара: Өфө биҫтәләре).

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019