Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНГАРМОНИЗМ

Просмотров: 1329

СИНГАРМОНИЗМ (гр. syјn — бергә һәм harmonía — ярашыу), морфонология күренештәренең береһе, һүҙҙәге һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең бер төрлө яңғырашы. Күберәк агглютинатив телдәргә хас; флектив телдәрҙә һүҙ баҫымы булып, һүҙ компоненттарының бүленмәүен, уларҙың бөтөнлөгөн һәм айырымлығын тәьмин итә. С. нигеҙендә һүҙ тамырындағы һуҙынҡының ниндәй ҙә булһа фонологик билдәһе ята, ул артабан килгән аффикстарҙың әйтелешенә йоғонто яһай. Башҡорт телендә С.: 1) рәт билдәһе б‑са (алғы йәки артҡы; ҡара: Вокализм), мәҫ.: “аттарымдың” [а]т‑ т[а]р[ы]мд[ы]ң, “эттәремдең” [эе]т‑ т [ ә ] р [ э е ] м д [ э е ] ң һ.б.; ҡайһы бер ҡушма һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә рәт б‑са С. булмай: “көнбағыш” к[ө]н‑ б[а]ғ[ы]ш, “мәғариф” м[ә]ғ[а]р[иф]; 2) иренләшеү б‑са (тик иренләшкән [оо], [ө] өндәренән һуң ғына): “тормошобоҙ” т[оо]рм[оо]‑ ш[оо]б[оо]ҙ, “көлдөргөс” к[ө]лд[ө]р‑ г[ө]с; һүҙҙә иренләшмәгән һуҙынҡы йәки [ү/үˇ] тартынҡыһы барлыҡҡа килһә, С. боҙола: “ойошмала” [оо]й[оо]ш‑ м[а]л[а], “көлөүе” к[ө]л[ө][үэе]; 3) һуҙынҡы м‑н тартынҡы араһында, һуҙынҡының рәт б‑са билдәһе тартынҡының ҡатылыҡ‑йомшаҡлыҡ б‑са билдәһенә йоғонто яһауы б‑са (ҡара: Консонантизм): “ҡайтманы” [ҡайтманы], “килмәне” [к"ил"м"ән"эе] айырыла. Башҡ. телендә С. аффикстарҙың вариантлылығын барлыҡҡа килтерә: ‑дар/‑дәр, ‑ғыҙ/‑геҙ, ‑лоҡ/‑лөк һ.б.

Әҙәб.: К е й е к б а е в Ж.Ғ. Башҡорт теленең фонетикаһы. Өфө, 2002.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: