Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺҮҘЬЯҺАЛЫШ

Просмотров: 1822

ҺҮҘЬЯҺАЛЫШ, 1) телгә хас булған махсус саралар ярҙамында яңы һүҙҙәр яһалыу процесы; 2) телдең һүҙ яһалыу системаһын өйрәнгән грамматика бүлеге. Һ. өйрәнеү объекты булып яһалма һүҙҙәр (дериваттар) тора; Һ. сиктәрендә яһалма һүҙҙәрҙең һүҙ яһаусы саралары һәм мәғәнәләре, һүҙ яһау структураһы һәм типтары һ.б. билдәләнә.

Яһалма һүҙ бер йәки бер нисә һүҙ яһаусы нигеҙ — тамыр морфемалар (ҡара: Морфемика) базаһында яһала. Башҡорт телендә түбәндәге Һ. ысулдары һәм яһалма һүҙҙәрҙең типтары айырыла: 1) лексик — тамыр һүҙҙәрҙең номинация процесында яһалышы, мәҫ., “ут”, “аҡ”, “ал‑” һ.б.; 2) морфематик — аффикстар ярҙамында ябай яһалма һүҙ яһау: таш‑сы, йәй‑ге, шат‑лан‑; нигеҙҙәрҙе ҡушыу (парлы һүҙ): “дуҫ‑иш”, “кәкре‑бөкрө”; нигеҙҙәрҙе ялғау (ҡушма һүҙ): “өсмөйөш”, “үҙйөрөшлө”; редупликация — нигеҙҙе йәки уның баш ижеген ҡабатлау (ҡабатланыусы һүҙ): “ваҡыт‑ваҡыт”, “күҙгә‑күҙ”, “иңгә‑иң”; 3) телдәге күп мәғәнәлелек (ҡара: Семасиология) күренеше м‑н бәйле лексик‑семантик Һ., сағ.: “ай” (күк есеме — ваҡыт берәмеге), “баҫ‑” (тороу — иҙеү); 4) һүҙҙең фонетик структураһының тарихи үҙгәреүенә йәки баҫымдың күсеүенә бәйле булған фонологик Һ.: “бейек” — “бөйөк”, “суҡыш” — “сүкеш”, “башта” — “башта”; 5) аббревиация — һүҙбәйләнештең ҡыҫҡартылған компоненттарын ҡушыу юлы м‑н ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙҙәрҙе (аббревиатураларҙы) яһау: “БР”, “телеүҙәк”; йәнле һөйләү телендә ҡулланылған лексик ҡыҫҡартыуҙар: “Магнит” (Магнитогорск), “Сәғи” (Сәғиҙулла); орфография ҡағиҙәләренә ярашлы, яҙыуҙа ҡулланылған график ҡыҫҡартыуҙар: “й.” (йыл), “млн” (миллион); 6) лексик‑грамматик Һ. (конверсия) — һүҙҙең бер һүҙ төркөмөнән икенсе һүҙ төркөмөнә күсеүе: “ныҡ” (көслө — бик), “берәү” (яңғыҙ — кемдер); 7) лексик‑синтаксик Һ. — бер төшөнсәне аңлатҡан һүҙбәйләнеш базаһында ҡушма һүҙ яһау: “ҡара күҙле”, “рөхсәт бир‑” һ.б.

Башҡорт теленең Һ. процесында һүҙҙәге морфемаларҙың фонологик структураһында (ҡара: Морфонология) үҙгәрештәр була. Һ. лексиканы тулыландырыуҙа мөһим сара булып тора. Башҡорт теленең Һ. ысулдары К.Ғ.Ишбаев һәм З.К. Ишкилдинаның “Башҡорт теленең һүҙьяһалыш һүҙлеге”ндә (2005; 61 меңдән ашыу һүҙ) теркәлгән.

Әҙәб.: И ш б а е в К.Ғ. Башҡорт теленең һүҙьяһалышы. Өфө, 1994; Ә х т ә м о в М.Х. Хәҙерге башҡорт теле: һүҙьяһалыш. Өфө, 2000; Ю л д а ш е в А.А. Система словообразования и спряжения глагола в башкирском языке. М., 1958.

К.Ғ.Ишбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023
Связанные темы рубрикатора: