Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ

Просмотров: 1139

ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1835—41 йй. А.Р.Ватлашев һәм мәхәллә халҡы хәйеренә төҙөлә, 1841 й. изгеләндерелә. Классицизм стилендәге собор таштан бер көмбәҙле итеп һалына, ҡыңғырауҙары (төп ҡыңғырау 333 бот тартҡан) булған 3 яруслы сиркәү манараһы була, таш нигеҙгә ҡоролған суйын ҡойма м‑н кәртәләнә. Бина тәре рәүешендә төҙөлә. Эсендә төп урындарҙың береһен Нерукотворный Спас иконаһы алып тора. 1873 й. ҡорамға, 1879 й. приделдарына яңы иконостастар ҡуйыла. 1880 й. бағыусылар аҡсаһына стеналарына һүрәттәр төшөрөлә һәм клирос артына 8 киот эшләнә. Соборҙың 3 өҫтәле була: төп өҫтәле — Изге Тереклек башы Троица хөрмәтенә (1841 й. изгеләндерелә), уң приделдағыһы — Пресвятая Богородица Раштыуаһы хөрмәтенә (1840), һулдағыһы — святитель Николай Чудотворец хөрмәтенә (1841). 19 б. аҙ. соборға Бөрө эргәһендә урынлашҡан Николай часовняһы (таштан төҙөлгән) теркәлә. 1841 й. причт протоиерейҙан, 2 священниктан, дьякондан һәм 3 псаломсынан тора. 19 б. аҙағына мәхәлләгә ҡала һәм 10 ауыл диндарҙары инә (6535 кеше, ш. иҫ. 3199 ир‑ат һәм 3336 ҡатын‑ҡыҙ, уларҙың 29‑ы — расколсы). 1930‑сы йй. башында ябыла, сиркәү манараһы емерелә, 1950‑се йй. көмбәҙ барабаны һүтеп алына; бинала “Аврора” кинотеатры урынлаша. 90‑сы йй. аҙ. диндарҙарға кире ҡайтарыла, тергеҙеү эштәре алып барыла. Билдәле булған настоятелдәре: И.Д.Гуменский (19 б. аҙ.), Ф.П.Стрелков (20 б. башы). Бина архитектура ҡомартҡыһы.

П.В.Петров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: