Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР ҺӘМ ӨФӨ ЕПАРХИЯЛАРЫ СОБОРҘАРЫ

Просмотров: 1138

ЫРЫМБУР ҺӘМ ӨФӨ ЕПАРХИЯЛАРЫ СОБОРҘАРЫ. Ырымбур губернаһы терр‑яһында башлыса 19 б. төҙөлә. 19 б. аҙ. 11 собор сиркәүе эшләй, ш. иҫ. Николай кафедраль соборы, 1807—13 йй. Минзәлә ҡ. янған ағас сиркәү урынында унтер‑офицер М.Д.Ситников һәм мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлә, 1813 й. изгеләндерелә. 1878 й. янғын ваҡытында зыян күрә, 1880—90 йй. сауҙагәрҙәр И.Г. Стахеев, И.И.Стахеев, П.В.Щетинкин аҡсаһына тергеҙелә. Ампир стилендәге таш собор, бер көмбәҙле, ҡыңғыраулығы 5 яруслы. 3 өҫтәле була: төп — Николай Чудотворный, уң приделда — Смоленск Божья Матерь иконаһы, һул приделда — преподобный Феодосий Тотемский хөрмәтенә. Соборҙа 3 семәрле иконостас урынлашҡан, шуларҙың 2‑һе И.Г.Стахеев аҡсаһына алтынланған. Соборҙың 217 дисәтинә ере була. 1899 й. причт протоиерейҙан, 2 священниктан, дьякондан һәм 2 псаломсынан тора. Мәхәлләгә ҡала һәм 11 ауыл диндарҙары (7264 кеше, ш. иҫ. 3459 ир‑егет һәм 3805 ҡатын‑ҡыҙ) ҡарай. 1938 й. ябыла, ҡыңғыраулығы һүтелә, бинала кинотеатр ойошторола. Архитектура ҡомартҡыһы булып тора; Изге Троица соборы, 1835—40 йй. Златоуст ҡ. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында яндырылған ағас сиркәү урынында П.П.Аносов (ҡара: Аносовтар) инициативаһы б‑са ҡаҙна аҡсаһына һәм ҡала халҡының иғәнәләренә төҙөлә, 1842 й. изгеләндерелә. Өфө губ. иң ҙур таш собор ампир стилендә була, 5 көмбәҙле, ҡыңғыраулығы 5 яруслы, айырым урынлашҡан. Планы б‑са ҡатмарлы бина, 3 яҡтан 18колонна м‑н уратып алынған (архитекторы Ф.А.Тележников). Эске йыһазландырылышында төп урынды ҡиммәтле риза м‑н биҙәлгән Мәскәүҙәге Иверия Божья Матерь иконаһының күсермәһе алып тора. Соборҙың 3 өҫтәле була: төп — Пресвятая Троица, приделдарҙа — Пресвятая Богородица Благовещениеһы һәм изге Благоверный кенәз А.Невский хөрмәтенә. Соборҙа 1841 й. Петербург художество акад. ағзаһы А.К.Малахов тарафынан эшләнгән иконостас урынлашҡан. Собор эргәһендә 1868 й. башлап Ир‑аттар йәмғиәте һәм мәхәллә попечителлеге эшләй. 1899 й. причт протоиерейҙан, 2 священниктан, дьякондан һәм 2 псаломсынан тора. Мәхәлләгә ҡала диндарҙары (4516 кеше, ш. иҫ. 2205 ир‑егет һәм 2311 ҡатын‑ҡыҙ) ҡарай. 1904 й. соборҙа Николай IIбулып китә. 1928 й. ябыла, 1933 й. һүтелә. Хәҙер собор урынында сквер һәм ҡала майҙаны урынлашҡан; Изге Троица соборы, У й, 1754 й. Троицк ҡ. ағас сиркәү урынында И.И.Неплюев ҡатнашлығында сиркәү булараҡ нигеҙ һалына, 1761 й. ҡаҙна аҡсаһына, сауҙагәрҙәрҙең һәм мәхәллә кешеләренең иғәнәләренә төҙөләһәмизгеләндерелә.1842й.,1974й. янғындарваҡытындазыянкүрә.Классицизм стилендәге таш собор, 9 көмбәҙле, ҡыңғыраулығы 4 яруслы, 8 ҡыңғыраулы, таш ҡойма м‑н уратып алынған. Планы б‑са барокко стилендәге тура мөйөшлө бина. Изге Троица хөрмәтенә өҫтәле (1761 й. изгеләндерелгән) һәм Успение Божья Матерь м‑н Святитель Николай хөрмәтенә приделдары (икеһе лә — 1823) була. Соборҙа 5 яруслы алтынланған иконостас ҡуйылған. Эске йыһазландырылышында төп урынды Нерукотворный Спас иконаһы алып тора. Собор эргәһендә 3 мәхәллә училищеһы, 2 ҡала училищеһы, Александр ҡыҙ балалар уч‑щеһы, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе эшләй. Соборға Николай төрмә сиркәүе ҡарай. 1873 й. причт протоиерейҙан, 2 священниктан, дьякондан һәм 3 псаломсынан тора. 1940 й. ябыла, тәреләре һәм ҡыңғырауҙары алына, бинала төрлө учреждениелар ойошторола. 1997 й. диндарҙарға ҡайтарыла, тергеҙелә. Билдәле өлкән священниктары: И.А.Тернов (1857 й. алып), Г.Т.Аманацкий (1861 й. алып), П.И. Сементовский (1877 й. алып), И.А.Ильин (1891 й. алып), И.Мелехин (1997 й. алып). Архитектура ҡомартҡыһы булып тора; Христос Раштыуаһы соборы, 1748 й. Силәбе ҡ. нигеҙ һалына, сауҙагәр А.В.Боровинский һәм мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлә. Таш собор, ҡыңғыраулығы 3 яруслы. 2 өҫтәле була: уң приделда — изге Николай Мирликийский, һул приделда — Иоанн Богослов хөрмәтенә. 20 б. башында ҡыңғыраулыҡҡа сәғәт ҡуйыла. Эске йыһазландырылышында төп урынды изге Николай Мирликийскийҙың аҫыл таштар, бәрхәт һәм матур рәсемдәр м‑н биҙәлгән ағас скульптураһы алып тора. 1931 й. ябыла, 1932 й. һүтелә. Хәҙер собор урынында Силәбе опера һәм балет театры урынлашҡан. Билдәле өлкән священнигы — П.Холмогорцев. Шулай уҡ Верхнеурал ҡ. Николай соборы эшләй (1834 й. нигеҙ һалынған), 20 б. 30‑сы йй. Ырымбур ҡ. Ҡазан‑Богородица кафедраль соборы, Орск ҡ. Спас‑Преображение соборы һ.б. һүтелә. Шулай уҡ ҡара: Воскресение кафедраль соборы, Изге Сергий кафедраль соборы, Изге Троица соборы, Ҡазан Божья Матерь соборы.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: