Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУКРОКОВ Фёдор Пукрокович

Просмотров: 1178

ПУКРОКОВ Фёдор (Фатихян) Пукрокович (16.11.1937, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Вязовка а.), яҙыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Ижевск мед. ин‑тында уҡыта, 1974—75 йй. “Советская Удмуртия” (“Совет Удмуртияһы”) гәз., 1978 й. алып Удмурт китап нәшриәте, 1985— 86 йй. “Молот” (“Сүкеш”) ж., 1991—93 йй. “Инвожо” ж. (бөтәһе лә — Ижевск) хеҙм‑ре. “Бейектән ҡарағы килә”, (“Хочется смотреть с высоты”; 1969), “Йүгәнләнгән ел” (“Взнузданный ветер”; 1973) һ.б. шиғри йыйынтыҡтары, “Яңы ҡараш” (“Новый взгляд”; 1981), “Йондоҙло ҡыҙ” (“Звёздная девуш‑ ка”; 1997) проза китаптары, драма ә .әрҙәре, ауылда хужалыҡ итеү мәсьәләләре, йәштәрҙең рухи тормошо т‑да очерктар һәм публицистик мәҡәләләр авторы. “Шишмә” (1984; бөтәһе лә — удмурт телендә) исемле шиғри романында тыуған ауылы тормошо һүрәтләнгән; байтаҡ геройҙарының прототиптары — уның Башҡортостандағы яҡташтары.

Ә ҫ ә р ҙ.: Тайна трёх иллюзий: повесть‑исповедь. Ижевск, 1990.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.12.2019
Связанные темы рубрикатора: