Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУШКИН Александр Сергеевич

Просмотров: 2083

ПУШКИН Александр Сергеевич [26.5.1799, Мәскәү — 29.1.1837, Петербург, Святогорск монастыры зыяратында ерләнгән (Псков губ.)], урыҫ яҙыусыһы. Яңы урыҫ әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, урыҫ әҙәби телен булдырыусы. Ижадында бер нисә әҙәби осор (18 б. шартлы художестволы системаһынан алып үҫешкән реализмға тиклем) үтә. Эшләнгән жанр__ һәм стилдәрҙең күп төрлөлөгө, шиғырының еңеллеге, нәфислеге һәм ыҡсымлығы, характерҙарҙың рельефлылығы һәм көсө, “уҡымышлы гуманизм”, шиғри фекерләүенең күп яҡлылығы һәм П. үҙенең шәхесе уның урыҫ әҙәбиәтендә иң мөһим урын алып тороуын билдәләй. “Евгений Онегин” (1823—1831) шиғри романы, “Руслан һәм Людмила” (“Руслан и Людмила”; 1820), “Кавказ тотҡоно” (“Кавказский пленник”; 1820—1821), “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”; 1821—1823) поэмалары, “Борис Годунов” (1824—1825) трагедияһы, “Белкин повестары” (“Повести Белкина”; 1830) циклы һ.б. авторы. 1833 й. Ырымбур губернаһына килә. Уның фәҡирлек һәм ҡыҫырыҡлауҙар арҡаһында юлбаҫарҙар булып киткән крәҫтиәндәр яҙмышына арналған “Ағалы‑ҡустылы юлбаҫарҙар” (“Братья‑разбойники”; тамамланмаған, өҙөгө 1825 й. баҫыла) поэмаһында башҡорттар тәүге тапҡыр телгә алына (“Һәм даланың ҡырағай улдары —/Ҡалмыҡ, шөкәтһеҙ башҡорт...”). Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) т‑дағы “Пугачёв тарихы” [“История Пугачёва”; тәүге тапҡыр 1834 й. “Пугачёв болаһы тарихы” (“История Пугачёвского бунта”) исеме аҫтында баҫыла] китабында һәм “Капитан ҡыҙы” (1836; башҡортса тәржемәһе 1936 һәм 1960) повесында П. халыҡ ризаһыҙлығының дөрөҫ булыуын күрһәтә, ирек һәм үҙ халҡының бойондороҡһоҙлоғо өсөн ҡыйыу көрәшкән башҡорттарҙың хәтерҙә ҡалырлыҡ образдарын тыуҙыра. Пётр I т‑дағы ҡулъяҙма материалдарҙа ла башҡорттар иҫкә алына. П. “Башҡорт ҡатын‑ҡыҙы” рәсеме һаҡланып ҡалған. 1899 й. М.И.Өмөтбаев шағирҙың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”) поэмаһын һәм байтаҡ шиғырҙарын төрки теленә тәржемә итә. З.А.Биишева, Р.Й.Ғарипов, А.Ш.Йәғәфәрова, А.Карнай, М.Кәрим, М.Марат, Р.Ниғмәти, Н.Нәжми, Ғ.Сәләм һ.б. уның әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. П. әҫәрҙәре б‑са Башҡорт драма театрында, Милли Йәштәр театрында, Опера һәм балет театрында һәм респ. башҡа театрҙарында бик күп спектаклдәр ҡуйылған. П. шиғырҙарына Х.Ф.Әхмәтов “Пушкиниана” (1974) вокаль циклын яҙған. Башҡортостанда П. исеме м‑н ауылдар, урамдар аталған. Өфө һәм Салауат ҡҡ. П. бюст, Көйөргәҙе р‑ны Шәбағыш а. урта мәктәбе терр‑яһында уға һәйкәл ҡуйылған, мәктәптә А.С.Пушкиндың әҙәби музейы эшләй.

Ә ҫ ә р ҙ.: Белкин повестары. Өфө, 1941; Дубровский. Өфө, 1948; Әкиәттәр=Сказки. Өфө, 2007.

Әҙәб.: Р а х и м к у л о в М.Г. Встречи с Башкирией. От Пушкина до Чехова. Уфа, 1982; Наш Пушкин. Уфа, 1999; А.С.Пушкин и Башкортостан. Уфа, 1999.

И.Ғ.Ҡолһарина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: