РАЗМАХНИН Павел Емельянович
1558
РАЗМАХНИН Павел Емельянович (1796, Пермь ҡ. — 1835), яҙыусы. 19 б. 20‑се йй. Өфө ир балалар гимназияһында, Ырымбур өйәҙ уч‑щеһында уҡыта. П.М.Кудряшёвтың әҙәби түңәрәге ағзаһы була. Кудряшёв вафат булғандан һуң уның әҙәби архивын һаҡлай, яҙыусының әҫәрҙәрен баҫтырыу м‑н шөғөлләнә. Ырымбур ҡ. Пермгә барған ваҡытта яҙылған “Башҡорттар тормошонан күренеш” (“Картина башкирской жизни”, 1832) мәҡәләһендә башҡорттарҙың көндәлек тормошон ентекләп һүрәтләгән. Р. т‑да мәғлүмәттәр “Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә” (“Башкирия в русской литературе”; т.1, 1989) йыйынтығына индерелгән.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:
Шәхестәр: