Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАФИҠОВ Булат Заһри улы

Просмотров: 1579

РАФИҠОВ Булат Заһри улы (4.8. 1934, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Дәүләтҡол а. — 26.4.1998, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Мәләүез р‑нының Юлдаш урта мәктәбендә дир. урынбаҫары. 1960 й. алып “Ленинец” гәз., 1970 й. — “Пионер” ж., 1972 й. — “Восход” гәз., 1973 й. — “Совет Башҡортостаны” гәз. (1974 й. алып бүлек мөдире) хеҙм‑ре, 1977— 98 йй. (өҙөклөктәр м‑н) “Ағиҙел” ж. эшләй: яуаплы секретарь, 1980— 81 йй. баш мөхәррир урынбаҫары, 1988 й. алып баш мөхәррир; 1981— 88 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары. “Ғәжәбстан” исемле тәүге шиғырҙар китабы 1965 й. сыға. Р. ижады өсөн гражданлыҡ, публицистика хас. Яҙыусы йола, туған тел, милли мәҙәниәткә һаҡсыл булыу мәсьәләләренә мөрәжәғәт итә. “Кисеүҙәр” (1977), “Йыһан сәғәтсеһе” (1982) шиғри йыйынтыҡтары гуманизм, донъя һәм кеше яҙмыштары т‑да борсолоулы уйланыуҙар м‑н айырылып тора. “Тауҙарҙа ҡар иртә ята” (1978), “Үр елдәре” (1984) һ.б. повестары замандаштың рухи донъяһына тәрән үтеп инеүе м‑н характерлана. “Тәңреләр һәм төркиҙәр” (1991) повесының, “Ахырызаман көткәндә” (1993; урыҫса тәржемәһе 1996), “Көнгәк” (1995), “Үлсәү йондоҙлоғо” (1997) романдарының үҙәгендә — Евразия цивилизацияһының һәм кешелек тарихының үҫешендә башҡорттарҙың роле, халыҡтың тарихи хәтерен тергеҙеү т‑да уйланыуҙар. “Ҡараһаҡал” (1989; урыҫса тәржемәһе 2001) тарихи романы, “Эйәрләнгән ат” повесы; “Лоулла” (1981), “Йыһан азаматтары” (1987) фантастик повестары, балалар өсөн яҙылған “Һүҙҙәр аҙаш — ҡурҡмай аҙаш” (1995) һ.б. китаптар авторы. Әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. 1994—98 йй. Башҡ. ырыуҙарының аҡһаҡалдар советы рәйесе. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1990). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1994). Тыуған ауылында, Баймаҡ, Ишембай, Мәләүез ҡҡ. урамдарға, Мәләүез р‑нының Корнеевка а. аллеяға, урта мәктәпкә (ихатаһында яҙыусыға бюст ҡуйылған) Р. исеме бирелгән. Өфөлә Р. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Мәләүез р‑ны хакимиәте тарафынан 1999 й. уның исемендәге премия булдырылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Юғалтмағыҙ мине... Өфө, 2002; Әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 2003—2005; Һуңғы ахмаҡлыҡ: фантастик повестар. Өфө, 2009.

Әҙәб.: “Ваҡыт миңә йүгәнһеҙ тай булды...”: Булат Рафиҡов тураһында хәтирәләр. Өфө, 2008.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.04.2023
Связанные темы рубрикатора: