Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҒИТОВ Тайфур Барый улы

Просмотров: 2108

СӘҒИТОВ Тайфур Барый улы (15.4.1936, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Аҙнағол а. — 26.4.2018, Өфө, БР‑ҙың Өфө р‑ны Михайловка а. ерләнгән), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Журналистар союзы (1963) һәм Яҙыусылар союзы (1980) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) 1964 й. тиклем һәм 1973—74 йй. “Ленинец”, 1967 й. алып “Совет Башҡортостаны” гәз., 1970—72 йй. “Башҡортостан ҡыҙы” ж., 1975 й. башлап Башҡ‑н китап нәшриәтендә, 1977—84 йй. “Ағиҙел” ж., 1989—2007 йй. “Связист Башкортостана” (“Башҡортостан элемтәсеһе”) гәз. (Өфө) эшләй. “Рәхмәт һеҙгә, кешеләр!” исемле тәүге китабы 1976 й. сыға. “Иман” (1991), “Сик” (2006) китаптарының төп темаһы — замандың әхлаҡи проблемалары, йәмғиәттең соц. деградацияһы. “Ҡаһармандар юлынан” (1992) повесы, “Аманат” (1989) эссеһы 112‑се Башҡорт кавалерия дивизияһына (ҡара: Чернигов кавалерия дивизияһы) арналған. С.Чекмарёв ис. пр лауреаты (1985).

Әҫәрҙ.: Күңел төбөндәге сер: хикәйәләр һәм повесть. Өфө, 1982; Әҫәрҙәр. 1–2‑се тт. Өфө, 1994–1998; Сабантуй: роман. М., 1984.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: