ПАВЛОВКА ГЭС-ы
2491
ПАВЛОВКА ГЭС‑ы, “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы. Электр энергияһы етештерә. Павловка һыуһаҡлағысында урынлашҡан. Составына гидротехника, электр цехтары инә. 2008 й. 99 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең халҡы һәм пр‑тиелары. 1950 й. нигеҙ һалына, 1959 й. тәүге сәнәғәт тогы алынған, дөйөм ҡеүәте 166,4 мең кВт булған 4 гидроагрегат урынлаштырылған. 1992 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. 1959–2007 йй. пр‑тие тарафынан 31,36 млрд кВт•сәғ. электр энергияһы етештерелгән.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: