Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕНСИЯ ТӘЬМИНӘТЕ

Просмотров: 1107

ПЕНСИЯ ТӘЬМИНӘТЕ, граждандарҙы дәүләт бюджеты аҡсаһы иҫәбенә РФ ҡануниәтенә ярашлы ғәмәлгә ашырылған матди яҡтан (аҡса м‑н) тәьмин итеү формаһы. 1956 й. СССР‑ҙа П.т. т‑да тәүге закон ҡабул ителә, 1964 й. колхоз ағзаларына пенсия һәм пособиелар т‑да; 1990 й. РСФСР‑ҙа дәүләт пенсиялары т‑да, 2002 й. йыйыу принцибына нигеҙләнгән һәм 2 пенсия системаһын [страховка (страховка взностарынан иҫәпләнә) һәм страховка булмаған (бюджеттан иҫәпләнә)] иҫәпкә алған РФ‑та хеҙмәт пенсиялары т‑да закондар ҡабул ителә. Хеҙмәт (йәш, инвалидлыҡ, ҡараусыһыҙ ҡалыу осрағы б‑са, күп йылдар хеҙмәт иткән өсөн) һәм социаль пенсия айырыла. Хеҙмәт пен‑ сияһы база, страховка һәм йыйыу өлөштәренән тора; 60 йәше тулған, 25 йылдан кәм эшләмәгән ирҙәргә һәм 55 йәше тулған, 20 йылдан кәм эшләмәгән ҡатын‑ҡыҙҙарға, эшселәрҙең билдәле категорияларына (федераль дәүләт һәм хәрби хеҙм‑рҙәргә һ.б.) йәш йәки стаж аҙыраҡ булғанда ла бирелә. Социаль пенсияны хеҙмәт пенсияһына хоҡуҡтары булмаған эшкә яраҡһыҙ граждандар ала. Башҡортостанда 1998 й. тиклем пенсияны тәғәйенләү һәм түләүҙе респ. Социаль тәьминәте министрлығы тормошҡа ашырған. 1997 й. респ. ҡала һәм райондарында 69 терр. идаралыҡты берләштергән Берҙәм пенсия хеҙмәте — БР б‑са РФ‑тың пенсия фонды бүлеге ойошторола. 2007 й. 1020,3 мең пенсионер иҫәпләнә (ҡара: табл.). 2005 й. пенсияның уртаса күләме айына 2353,6 һум, 2006 — 2633,8, 2007 — 3424,1, 2008 — 4232,7 һум тәшкил иткән.

В.А.Микрюкова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Башҡортостан Республикаһында пенсия тәьминәте төрҙәре буйынса пенсионерҙар һаны, мең кеше

 

2002

2003

2004

2005

2006

2007

2008

Ҡартлыҡ б-са

823,5

797,8

789,3

786,4

790,9

802,2

811,6

Инвалидлыҡ б-са

74,5

75,3

74,8

74,5

73,8

70,2

67,6

Ҡараусыһыҙ ҡалыу б-са

85,2

101,9

109,1

98,3

89,1

76,0

62,8

Социаль

42,3

42,1

44,2

56,3

64,1

71,6

81,4

Бөтәһе

1025,8

1017,3

1017,5

1015,6

1018,1

1020,3

1023,6

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: