Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӨКЛӨЛӨК ПАТОЛОГИЯҺЫ

Просмотров: 1311

ЙӨКЛӨЛӨК ПАТОЛОГИЯҺЫ, кеше һәм хайуандарҙа йөклөлөктөң нормаль барышын боҙоусы патологик хәлдәр һәм ауырыуҙар.

Кешенең Й.п. түбәндәге төрҙәре була: гестоз (ауырлы ҡатындарҙың һары һыу ауырыуы, нефропатия, преэклампсия, эклампсия), экстрагениталь патология фонындағы йөклөлөк (йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы, бөйөр, бауыр ауырыуҙары, анемия, шәкәр диабеты, бронхиаль астма һ.б.), өлгөрмәгән йөклөлөк (иртә йәки һуң бала төшөү, ваҡытынан алда бәпесләү һ.б.), инфекцион өҙлөгөүҙәр (яралғының ҡарында инфицирланыуы) һ.б. патологиялар. 20 б. 30‑сы йй. уртаһынан Й.п. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр БДМИ‑ла А.М.Агаронов етәкс. акушерлыҡ һәм гинекология каф. ойошторолғандан һуң үткәрелә башлай (ҡара: Медицина университеты). Йөклөлөк барышына һәм бала табыуға 40‑сы йй. 2‑се ярт. Алып — В.В.Третьяков етәкс. экстрагениталь патологияның (М.А.Возовая, Н.Н.Сатаева); 70‑се йй. уртаһынан — Т.И.Степанова етәкс. йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙарының (Л.В.Титова), гинекологик шештәрҙең (В.А.Кулавский, Л.Т.Ҡудашева, Ә.З.Фәйзуллина, Ф.Л.Хәйруллина) тәьҫире, енси инфантилизм (Г.М.Каншина, Ө.Р.Хәмәтйәнов), бала табыусының йәше (Л.Н.Ураҙаева); 80‑се йй. башлап Н.Н.Глебова етәкс. һуң гестоз ваҡытында йөклөлөктөң өлгөрөп етмәү мәсьәләләре өйрәнелә. 90‑сы йй. алып Хәмәтйәнов етәкс. гестоздың төрлө формалары булған ҡатындарҙы дауалау, бәпесләүгә тиклем әҙерләү һәм бәпесләтеү (Э.М.Ғәлиев, Ж.В.Евтюхина, Д.А.Сиднев), балаятҡынан гипотоник ҡан китеүҙе бәпесләүгә тиклем иҫкәртеү (Г.К.Йәнекәева), йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһы булған йөклө ҡатындарға акушерлыҡ ярҙамы ойоштороу (Л.А.Дәминева, Э.М.Камалов), өлгөрмәгән йөклөлөктө иҫкәртеү һәм урогениталь инфекциялары булған ҡатындарҙы прегравидар әҙерләү (Ю.Ю.Громенко, Э.Р.Ғәлимова, А.Ф.Фазлетдинова, С.У.Хәмәтйәнова, Д.Ф.Әбсәләмова) ысулдары эшләнә һәм камиллаштырыла. Кулавский етәкс. гестацион процесҡа һәм яралғының үҫешенә артериаль гипер‑ һәм гипотензия, йөрәк етешһеҙлектәре тәьҫире (О.Ю.Белоглазова, Р.И.Минкин, Т.И.Огий), балаятҡы патологиялары (А.А.Афанасьев, Ю.В.Максимочкина) тикшерелә, гестоз булған ауырлы ҡатындарҙа (Г.Ф.Ҡәйүпова, А.Ш.Фәйзуллин), юғары хәүефле төркөмдәрҙә (А.А.Певцова), ш. иҫ. нефтехимия сәнәғәте ныҡ үҫешкән төбәктәрҙә (В.И.Беглов), яралғы торошон баһалауҙың комплекслы ысулдары эшләнә. Э.Н.Әхмәҙиева етәкс. нервылар системаһының перинаталь боҙолоуында Й.п. һәм бәпесләүҙең роле өйрәнелә (А.Я.Вәлиуллина, Н.М.Миронова).

Хайуандарҙың Й.п. Йөклөлөк өҙөлөүҙең түбәндәге төрҙәре була: яралғының әкренләп бөтөүе, мумификация, мацерация, путрификация хәлдәренә дусар булыуы, үҙгәрмәгән үле йәки өлгөрөп етмәгән тере яралғының балаятҡынан төшөүе; һыйыр, бейә, кәзә һ.б. малдарҙа инфекциялар, инвазиялар, эндокрин система функциялары, минерал алмашыныу боҙолоуы һәм А гиповитаминозы тәьҫирендә балаятҡынан ҡан китеү; йөклөләр нефропатияһы (йөрәк, бөйөр ауырыуҙары булғанда); яралғының оҙаҡ ятыуы (йөклөлөк аҙағына хәлһеҙ һәм ябыҡ һыйырҙарҙа була); эклампсия (бөтә хайуандарҙа ла була, һирәк осраҡта бейәләрҙә); ваҡытынан алда (ялған) тулғаҡ тотоу; еңсә, тура эсәк төшөү; балаятҡының ишелеүе, түбәнәйеүе, бөгөлөүе һәм ярылыуы; остеомаляция; һуңғылыҡ аномалиялары һәм ауырыуҙары; балаятҡы бүҫерҙәре; балаятҡынан тыш йөклөлөк һ.б. Хайуандарҙың Й.п. б‑са тикшеренеүҙәр Аграр университетта алып барыла (И.Ф.Заянчковский, Е.Н.Сковородин).

Әҙәб.: Заянчковский И.Ф. Профилактика и лечение акушерско‑гинекологических заболеваний у коров. Уфа, 1982; Хамадьянов У.Р., Плечев В.В. Беременность и роды при сердечно‑сосудистых заболеваниях. Уфа, 2002; Кулавский В.А., Пушкарёв В.А., Кулавский Е.В. Физиология и патология репродуктивной системы женщины. Уфа, 2006.

Е.Н.Сковородин, Ө.Р.Хәмәтйәнов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: