Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОГРАФИК ПАТОЛОГИЯ

Просмотров: 1215

ГЕОГРАФИК ПАТОЛОГИЯ, край патологияһы, организмдың һәм тирә-яҡ мөхиттең үҙ-ара тәьҫир итешеү процестарын, кеше, хайуан һәм үҫемлек ауырыуҙарының билдәле бер терр‑яла тәбиғәттең урындағы үҙенсәлектәренә (кеше өсөн ш. уҡ соц.‑иҡт. факторҙарға) бәйле характерын һәм клиник сағылышын өйрәнгән медицина һәм биология өлкәһе. Ауырыуҙарҙың тәбиғи сығанаҡтарына, биогеохимик эндемияларға (тупраҡта химик элементтарҙың артыҡ булыуы йәки етешмәүе), экологик факторҙарға (кешенең техноген эшмәкәрлегенә) бәйле булған Г.п. айырыла.

Кешенең Г.п. Башҡортостанда иң күп типик эндемик ауырыуҙарға боғаҡ, геморрагик биҙгәк, талпан нейроинфекциялары (энцефалит һәм боррелиоз), сирингомиелия, ш. уҡ тирә-яҡ мөхитте бысратыуға бәйле ауырыуҙар (аллергия, респиратор, тире һ.б.) инә. Респ. 20 б. 30‑сы йй. ғилми-тикшеренеү ин‑ттарында һәм БДМИ‑ла трахоманың (Г.Х.Ҡоҙаяров, В.И.Спасский), инфекцион ауырыуҙарҙың (Н.И.Мельников, М.Н.Мөхәмәтов, Н.И.Савченко, Б.В.Сөләймәнов), эндемик боғаҡтың (А.С.Альтшуль), тире-венерология ауырыуҙарының (А.И.Картамышев, М.М.Кузнец) һ.б. этиологияһы һәм патогенезы өйрәнелә, диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнә; 60‑сы йй. алып тирә-яҡ мөхиттә ҡайһы бер микроэлемент миҡдарының һәм нисбәтенең төбәк үҙенсәлектәре, уларҙың боғаҡ эндемияһы, теш кариесы, эндемик анемия һ.б. үҫешендәге әһәмиәте (Й.Н.Асҡарова, И.Ғ.Рәхмәтуллин һ.б.), сирингомиелия (Н.А.Борисова, Р.В.Мәғжәнов һ.б.), тарҡау склероз (К.З.Бәхтейәрова), геморрагик биҙгәк (А.И.Вишев, Г.Х.Мирсаева, Б.Ф.Тереғолов, Р.Ф.Әбдерәшитов), юғары көкөртлө нефть һәм уны эшкәртеү продукттарының организмға тәьҫир итеүенә бәйле сәнәғәт токсикологияһы (З.Ш.Заһиҙуллин, Д.Н.Лазарева, Ғ.М.Мөхәмәтова, Р.Ғ.Тереғолов) проблемалары тикшерелә. БДМУ‑ла, Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институтында крайҙағы инфекцион ауырыуҙар һаны (Д.Ә.Вәлишин, И.М.Заһиҙуллин, Л.Б.Новикова, Р.М.Фазлыева, Д.Х.Хунафина һ.б.), тәбиғәттә йод етешмәүе (О.А.Малиевский, Ф.Ғ.Садиҡов һ.б.), тышҡы мөхиттәге микроэлементтарҙың боғаҡ ауырыуы үҫешенә тәьҫир итеүе (Л.М.Фәрхетдинова һ.б.), нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефтехимия, химия, тау-ҡаҙылма, металлургия сәнәғәте пр‑тиелары тарафынан тирә-яҡ мөхитте бысратыу факторҙарының кеше организмына йоғонтоһо өйрәнелә, тирә-яҡ мөхитте санитар һаҡлау б‑са саралар күрелә (Л.М.Карамова, Л.Ҡ.Кәримова, Р.Ә.Сөләймәнов, З.С.Тереғолова, Э.Н.Әхмәҙиева һ.б.). 90‑сы йй. аҙ. БР ФА‑ның “Арауыҡ-ваҡыт берлегендә Башҡортостан экологияһы” программаһы б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә, тирә-яҡ мөхиттең һәм халыҡ һаулығының экологик торошо мониторингыһы концепцияһы эшләнә (Борисова, Н.В.Старова, Тереғолова).

Хайуандарҙың Г.п. Респ. шарттарында баҡыр, йод, кальций, кобальт, магний, марганец, натрий, тимер тоҙҙары алмашыныуының боҙолоуы, ҡыуышлы ағзаларҙа таш-конкременттар барлыҡҡа килеүе һәм фосфор-кальций берләшмәләренең кәмеүенә бәйле. Тупраҡта һәм һыуҙа кобальт, марганец аҙ, барий, никель, стронций артыҡ булған урындарҙа һыйыр малында (һирәгерәк һарыҡ, кәзә һәм йылҡыла) — энзоотик остеодистрофия; тупраҡта һәм һыуҙа йод аҙ, кальций, кобальт, марганец, ҡурғаш, фтор, көкөрт берләшмәләре артыҡ күп булғанда эндемик боғаҡ күҙәтелә. Хайуандарҙың Г.п. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 60‑сы йй. башлап Аграр университетта (В.Н.Байматов, П.Я.Гущин, С.А.Ивановский, Э.Р.Исмәғилева, Н.Й.Мусина һ.б.) алып барыла. Н.А.Судаков етәкс. БР‑ҙа а.х. малдарының микроэлементоздары өйрәнелә. “Башҡортостан” үҙәгендә һәм “Ишембай ст. биогеохимик шарттарҙы иҫәпкә алып терр‑яны картаға төшөрөү үткәрелә. 1985 й. БНИИЗиС‑та һәм БНИПТЖиК‑ла а.х. малдарын минераль туҡландырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә (Ә.К.Ҡудашев, М.Ғ.Маликова һ.б.).

Үҫемлектәрҙең Г.п. Сығышы м‑н инфекцион (бактериялар, бәшмәктәр һ.б.) һәм инфекцион булмаған (биогеохимик) Г.п. айырыла. Респ. шарттарында хлороз (азот етешмәгәндә барлыҡҡа килә), япраҡ сите некрозы (калий), шәкәр сөгөлдөрө тамыраҙығының ҡоро сереге (бор); картуф бүлбеләренең тутлы таптары (калий); йәш үренделәрҙең ваҡ япраҡлығы, ҡыҙарып тороуы (фосфор), япраҡ некрозы (калий), япраҡ һеңерсәләре араһы һарғайыу (магний), туҡымаларҙың кигермәкләнеүе һәм емештәр деформацияһы (бор), груша һәм алмағас япраҡтары хлорозы (тимер тоҙҙары) таралған. Үҫемлектәрҙең инфекцион булмаған ауырыуҙары БДАУ‑ҙа өйрәнелә (С.Ғ.Ғиззәтуллин, Й.А.Усманов һ.б.).

В.Н.Байматов, М.М.Ғәниев, В.В.Сперанский, З.С.Тереғолова, Л.М.Фәрхетдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: