Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕДИАТРИЯ

Просмотров: 1171

ПЕДИАТРИЯ (гр. páis — бала һәм iatreáia — дауалау), балалар организмының анатомик‑физиол. үҙенсәлектәрен, балалар ауырыуҙарының үҫеш сәбәптәрен һәм механизмдарын өйрәнгән, уларҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү ысулдарын эшләгән медицина өлкәһе. Башҡортостанда П. формалашыуы 20 б. 20‑се йй. 2‑се ярт. сабыйҙарҙың үлеү сәбәптәрен өйрәнеүҙән һәм уны кәметеү юлдарын эҙләүҙән башлана (А.И.Доброхотова, Г.В.Голубцов). БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 1934 й. профилле каф. асылғандан һуң балаларҙа дизентерия һәм дифтерияны диагностикалау, дауалау һәм уларға ҡаршы көрәшеү ысулдары эшләнә (Голубцов, М.Н.Мөхәмәтов). 1961 й. Е.Н.Третьякова етәкс. педиатрия ф‑ты ойошторолғандан һуң ревматизм, пневмония һ.б. бронхы‑үпкә ауырыуҙарының патогенезы һәм клиникаһы, бала йәшендәгеләрҙе шифахана‑курорттарҙа дауалау һәм диететика мәсьәләләре өйрәнелә. 70— 80‑се йй. Л.Д.Ғатауллина етәкс. 14 йәшкә тиклемге балаларҙың физик үҫешенең төбәк стандарттары эшләнә. Кардиоревматология өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла (Ф.К.Андаржанов, Ғ.Н.Боғҙанова, Л.А.Фәйезова, Х.Ш.Әбдерәшитова һ.б.); ревматизмды этаплап дауалау һәм йыл буйы бициллинмедикаментоз иҫкәртеү методикаһы булдырыла (С.Е.Беляев), ул балаларҙа йөрәк етешһеҙлектәренең үҫеш йышлығын 2 тапҡырға кәметергә булышлыҡ итә. Тын алыу ағзаларының специфик булмаған хроник ауырыуҙары (А.Е.Казан, В.В.Климанов, М.И.Литвина), ш. иҫ. муковисцидоз (О.Ҡ.Байков, Н.Ш.Малиевская), аллергоз (М.П.Соколова) булғанда, туберкулёз менингитының клиникаһы һәм артабанғы эҙемтәләре (А.З.Ғимранова, Л.В.Макарова, Ә.С.Мифтахова), ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарының (М.А.Бычкова, Н.А.Ивлева, Т.А.Садиҡова һ.б.), экссудатив диатездың (Д.Н.Йәнекәева), дизентерияның (Макарова), вируслы гепатиттың (Н.А. Касимовская), эпидемик паротиттың (Р.Х. Тенишева) һ.б. патогенезы тикшерелә; бронхиаль астма булғанда ҡалҡан биҙе функцияларын (О.Ҡ.Байков) һәм үпкәләге процестың активлығын (А.С.Амосова) баһалау ысулдары эшләнә. 80—90‑сы йй. боғаҡ, шәкәр диабеты һ.б. эндокринологик ауырыуҙарҙың иртә диагностикаһы, клиникаһы һәм иҫкәртеү мәсьәләләре өйрәнелә (Б.С.Годун, Т.Р. Ғүмәрова, М.Г.Давыдович, Р.Ғ. Йәнекәев, Ф.Ғ.Садиҡов). Республика балалар клиник дауаханаһының балалар артрологияһы үҙәгендә (1987) ревматоид артриттың таралышы тикшерелә, ауырыуҙарҙы дауалау һәм реабилитациялау ысулдары камиллаштырыла (Т.Б.Хәйретдинова, Л.В.Яковлева). Ҡала мөхите шарттарында һәм экологик яҡтан насар урындарҙа йәшәгән балаларҙың һаулыҡ торошо (Н.А.Подкользина, Э.Н.Әхмәҙиева), гематологик, нефрологик һәм кардиоревматологик ауырыуҙарҙың та‑ ралышы һәм структураһы (Г.М.Ардуванова, З.М.Йәнекәева һ.б.) өйрәнелә. Сабыйҙар үлеменең соц. аспекттары тикшерелә (Х.Ш. Абдуллина, З.Ә.Хөснөтдинова), балаларға мед. ярҙамы ойоштороу камиллаштырыла (С.Ш.Мырҙабаева, М.М.Нәжметдинова, И.М.Харисова, Р.Ш.Хәсәнов һ.б.). 1988 й. алып нәҫел ауырыуҙарына неонаталь скрининг, 1999 й. — тыумыштан булған үҫеш кәмселектәренә генетик мониторинг системаһы (ҡара: Медицина‑генетика консультацияһы) индерелә. Яңы тыуған балаларҙың һәм сабый балаларҙың патология мәсьәләләре өйрәнелә (В.М.Фәхрисламова, Әхмәҙиева; ҡара: Неонатология). 2000 й. башлап БДМУ‑ла бала йәшендәгеләрҙә уронефрология (А.Р. Йәнекәев, З.М.Йәнекәева, З.Х. Әхмәтшин, Р.З.Әхмәтшин), кардиоревматология (В.А.Малиевский, А.Ғ.Моталов, Хәйретдинова, Яковлева), эндокринология (О.А.Малиевский, Д.С.Нурмөхәмәтова), пульмонология (Г.В.Байкова, Д.Э.Байков, Р.Ф.Ғәтиәтуллин, Э.И.Эткина һ.б.), гастроэнтерология (Н.А.Дружинина, А.А.Нижевич, Р.Ә.Әхмәтова), иммунология, аллергология (Р.М.Фәйзуллина, Р.М.Хәйруллина һ.б.), онкогематология (Б.К.Авзалетдинов, О.Н.Липатов, Э.В.Яҡупова) һ.б. өлкәләрҙә тикшеренеүҙәр алып барыла; төрлө йәштәге балаларҙың (Дружинина, Моталов, М.Ю.Павлова, Х.З.Шубина), инвалид балаларҙың (С.В.Шәһәрова) физиологияһы һәм үҫешенең төбәк үҙенсәлектәре тикшерелә. БР‑ҙа балаларға күп профилле махсус дауалау‑консультатив мед. ярҙамын Респ. балалар клиник дауаханаһының 23 дауалау‑диагностика үҙәге, Респ. перинаталь үҙәге, Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге (ҡара: Медицина үҙәктәре) һ.б. күрһәтә, реабилитацион дауалау балалар шифахана‑курорт учреждениеларында башҡарыла. Шулай уҡ ҡара: Балалар хирургияһы, Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау.

Э.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019