Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРОВ Михаил Ефимович

Просмотров: 963

ПЕТРОВ (Ланде) Михаил Ефимович (15.12.1920, Каинск ҡ. — 20.4.1986, Өфө), һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мед. ф. д‑ры (1973). РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1948) ӨМЭПБ‑ның мед.‑санитария бүлегенең 13‑сө ҡала дауаханаһында (өҙөклөк м‑н) эшләй (1957 й. алып баш табип), 1950—55 йй. Черниковск ҡ. ашығыс ярҙам ҡала ст. баш табибы. 1978 й. башлап Респ. клиник дауаханаһының баш табибы. Фәнни хеҙмәттәре фабрика‑заводтарҙа һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу мәсьәләләрен камиллаштырыуға, диспансерлаштырыу, мед. ярҙамының махсус төрҙәрен үҫтереүгә арналған. 48 фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1975) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Совершенствование здравоохранения Башкирии (1959—1985 гг.). Уфа, 1986 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: