Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРОВСКИЙ Владимир Викторович

Просмотров: 1074

ПЕТРОВСКИЙ Владимир Викторович (26.6.1897, Әстерхан ҡ. — 9.11. 1976, Өфө), физиолог. Проф. (1931). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1962). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1921) Әстерхан мед. ин‑тында, Б.В. һуғышы йылдарында Куйбышев ҡ. эшләй. 1945 й. алып БДМИ‑ла (1968 й. тиклем нормаль физиология каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре организм функцияларының шартлы‑рефлектор регуляцияһын, ш. иҫ. мускулдар эшләгәндә ҡандың күҙәнәк составын, ҡан әйләнешендә лимфа һәм вена тамырҙарының тонусын һәм ролен, шартлы рефлекстарҙың тышҡы һәм эске тотҡарлау механизмдарын һ.б. өйрәнеүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1965).

Х е ҙ м.: О роли лимфатических сосудов в кровообращении. М., 1960.

С.М.Мочалов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: