Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛАСТИК ХИРУРГИЯ

Просмотров: 1028

ПЛАСТИК ХИРУРГИЯ, өлөшләтә йәки тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, тыумыштан формаһы боҙолған йәки зарарланған (травмалар, бешеү, операциялар, ауырыуҙар һ.б.) ағза һәм туҡымаларҙың, тыумыштан булған үҫеш кәмселектәренең (китек ирен, аңҡау ярығы һ.б.) анатомик бөтөнлөгөн, формаларын һәм функцияларын тергеҙеүгә, тышҡы ҡиәфәт кәмселектәрен косметик төҙәтеүгә йүнәлтелгән оператив ҡатнашыу ысулдарын эшләүсе хирургия бүлеге. Трансплантология м‑н тығыҙ бәйле. П.х. ысулдары кардиохирургияла, аш һеңдереү ағзалары хирургияһында, травматологияла һәм ортопедияла, урологияла, яңаҡ‑бит хирургияһында, оториноларингологияла, офтальмологияла һ.б. (тергеҙеү‑реконструктив) һәм косметологияла (эстетик хирургия) ҡулланыла. Хирургик ҡатнашыу өлкәһенән сығып тендо‑ (һеңерҙәрҙе тергеҙеү), артро‑ (быуындарҙы), рино‑ (танауҙы тергеҙеү йәки формаһын үҙгәртеү), ото‑ (ҡолаҡтарҙы), маммо‑ (һөт биҙҙәрен), блефаропластика (күҙ ҡабаҡтарын тергеҙеү йәки төҙәтеү операциялары), фейслифтинг (бит һәм муйын пластикаһы) һ.б. төрҙәре бар. Медицина университетында йомшаҡ туҡымаларҙың һәм һөйәк һөлдәһенең дефекттарын һәм деформацияларын хирургик төҙәтеү өлкәһендә фәнни‑практик тикшеренеүҙәр алып барыла, ҡул суғының функциональ әүҙемлеген тергеҙеүҙең хирургик ысулдары эшләнә (М.М.Вәлиев, Б.Ш. Минасов), балаларҙың тыумыштан булған үҫеш кәмселектәрен хирургик төҙәтеү (А.Ә.Ғүмәров, Р.М. Дәүләтшин, Ш.С.Ишемов), киң бешеүҙәрҙән һуң реконструктив‑пластик операция (Т.Р.Мәүлитов), блефароптоз (М.Т.Аҙнабаев), блефаропластика (А.Д.Джуманиязов) булғанда, яман шештәрҙе алып ташлағанда (Ш.Х.Ганцев), аяҡ‑ҡул сегменттарын реплантациялағанда (Вәлиев, С.К.Туғыҙбаев, Р.К.Әғзәмов) тергеҙеү операциялары ысулдары камиллаштырыла. Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә реконструктив‑тергеҙеү операцияларын аллоплант файҙаланып яһау ысулдары эшләнә (В.Ү.Ғәлимова, Э.Р.Мулдашев). Стәрлетамаҡ ҡ. 3‑сө дауаханаһында термик травмалар эҙемтәләре булғанда реконструктив операциялар, гипомастия булғанда эстетик хирургия ысулдары (О.С.Попов, О.В.Попова) һ.б. камиллаштырыла.

Б.Ш.Минасов, Р.Т.Ниғмәтуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: