Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛЕКСИТ

Просмотров: 941

ПЛЕКСИТ (лат. plexus — сырмалыу), периферик нервы системаһы ауырыуы, уның нигеҙендә арҡа мейеһе нервыларының алғы һәм артҡы тамырсалары барлыҡҡа килтергән сырмалсыҡтарҙың зарарланыуы ята. Тупланыу урыны б‑са муйын, ҡулбаш (тулы, өлөшләтә өҫкө һәм аҫҡы), бил‑һигеҙгүҙ П.; клиник сағылышы б‑са — невралгия (башланғыс) һәм паралич (һуңғы) стадиялары айырыла. Травмалар, инфекциялар (ангина, бруцеллёз, грипп, туберкулёз һ.б.), ағыуланыу (ҡайһы бер химик матдәләр), умыртҡа бағанаһы остеохондрозы, нервы сырмалсыҡтарының һөйәк һынғанда уның киҫәктәре, шеш, инфильтрат м‑н ҡыҫылыуы һ.б. һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Башланғыс стадияның төп симптомдары — хәрәкәт иткәндә үҙенән‑үҙе тыуған һәм бик ҡаты ауыртыу тойоу; һуңғы стадияла — рефлекстарҙың юғалыуы, зарарланған сырмалсыҡ өлөшөнөң иннервация зонаһында һиҙем‑тойомдоң кәмеүе йәки булмауы, парез йәки мускулдарҙың һүлпән параличы. Диагностика өсөн клиник һәм инструменталь (рентгенологик, электро‑миографик) тикшеренеү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау: медикаментоз (анальгетиктар, новокаин блокадаһы һ.б.), физиотерапевтик, хирургик, дауалау физкультураһы, массаж. Медицина университетында 20 б 90‑сы йй. алып ҡулбаш (Р.Ә.Вәлишин, В.А.Халиҡов һ.б.) һәм бил‑һигеҙгүҙ (Ә.Ф.Ҡурамшин, Р.М.Рәхмәтуллин, Т.Р.Рәхмәтуллин, Ш.М.Сафин) П. хирургик дауалау, ауырыуҙың рентгенотерапияһы (Р.Р. Мөхәммәтрәхимов, М.К.Нәбиуллин) ысулдары эшләнә.

Әҙәб.: Регионарный кровоток и электрофизиология поврежденных и восстановленных нервов. Уфа, 2006.

Р.Ә.Вәлишин, Ә.Ф.Ҡурамшин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: