Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛЕЧЕВ Владимир Вячеславович

Просмотров: 1099

ПЛЕЧЕВ Владимир Вячеславович (18.9.1949, Өфө), хирург. БР ФА акад. (2018), мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999), РФ‑тың (2010) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. табибы, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Д.Н.Лазареваның улы. БДМИ‑ны тамамлаған (1972), 1976 й. алып шунда уҡ эшләй: 1993 й. — госпиталь хирургияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта БДМУ клиникаһының хирургия хеҙмәте етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге йөрәк‑ҡан тамырҙары һәм абдоминаль хирургия проблемаларына; ҡорһаҡтың йәбешмә ауырыуын, йөрәктең ишемия ауырыуы өҙлөгөүҙәрен диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға, йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙары м‑н ауырығандарҙы реабилитациялауға һ.б. арналған. П. ҡатнашлығында иммурег препараты, микробтарға ҡаршы тәьҫир итеүсе абактолат хирургик йөй материалы булдырылған, стернопластика, остеомиелитты дауалау, ҡан тамырҙары протездарын, йөрәктең яһалма клапандарын эшкәртеү һ.б. ысулдар эшләнгән һәм ғәмәлгә индерелгән.  1100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 132 уйлап табыу авторы. Пластик һәм абдоминаль хирургия б‑са Рәсәй федератив үҙәге етәксеһе (1996 й. алып). БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2013),  А.Н. Бакулев (2004) ис. пр. лауреаты.

Хеҙм.:  Профилактика гнойно‑септических осложнений в хирургии. М., 2003 (авторҙ.); Коарктация аорты. Уфа; Новосибирск, 2005 (авторҙ.); Хирургия спаечной болезни: руководство. Уфа, 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.09.2021
Шәхестәр:
Связанные статьи: