Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАЗАРЕВА Дина Наумовна

Просмотров: 1579

ЛАЗАРЕВА Дина Наумовна (11.9.1922, Силәбе губернаһы Мейәс Заводы ҡсб — 11.9.2019, Өфө ҡ.), фармаколог. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1963). РФ‑тың (1993) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1943), 1946—2002 йй. шунда уҡ эшләй: 1954—89 йй. 1‑се фармакология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1961—67 йй. фәнни эштәр буйынса проректор, 1974—91 йй. Органик химия институтында (1987 й. тиклем лаборатория мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм һәм айырым фармакология, токсикология проблемаларына арналған. Л. тарафынан патологик хәлдәрҙә дарыуҙарҙың тәьҫире, пиримидин сығарылмалары нигеҙендә медицина препараттары булдырыу, иммуностимуляторҙар, антифлогистиктар һәм простагландиндарҙың синтетик аналогтарын сығарыу, БР‑ҙа сығарылған нефттәрҙән алынған бензиндарҙың ағыулылығы тикшерелгән. Л. республика дарыу үҫемлектәренең фармакологик үҙенсәлектәрен өйрәнгән һәм уларҙы ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр эшләгән. Л. ҡатнашлығында оксиметилурацил, эстуфалан, клатрапростин һ.б. препараттар эшләп сығарылған. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эргәһендәге Медицина фәнни йәмғиәттәре советы (1965—80), БР фармакологтары йәмғиәте (1970—2006) рәйесе. РФ‑тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1993). Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (1986). Өфө ҡ. Л. йәшәгән йорт бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2022).

Х е ҙ м.: Клиническая фармакология в онкологии. М., 2007 (авторҙ.); Лекарственные растения Башкортостана. Уфа, 2011 (авторҙ.); Иммуномодуляторы. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.02.2024
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0
Связанные статьи: