Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҪЫ ТАБАНЛЫЛЫҠ

Просмотров: 888

ЯҪЫ ТАБАНЛЫЛЫҠ, табан деформацияһы, уға табан көмбәҙенең ныҡ түбәнәйеүе, терәк һәм рессор функциялары боҙолоуы хас. Буй, арҡыры, ҡатнаш, тыумыштан булған (табандың урта һәм артҡы өлөшө һөйәктәре үҫешенең патологияһы фонында) һәм йәшәү барышында барлыҡҡа килгән (тоташтырғыс туҡыманың системалы дисплазияһы, травмалар, неврологик һәм дегенератив‑дистрофик ауырыуҙар) Я.т.; деформация б‑са 3 дәрәжәһе айырыла. Я.т. үҫешенә минераль дисбаланс, остеопения, остеопороз һ.б. булышлыҡ итә. Төп симптомдары: физик хәрәкәттән һуң аяҡтарҙың тиҙ арыуы, сираҡтарҙың һәм табандың урта өлөшө ауыртыуы, “ауыр” атлау. Диагностика өсөн подография, стабилометрия, рентгенография һ.б. мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: консерватив (табандарға массаж яһау, дауалау физкультураһы, олтораҡ‑супинаторҙар, ортопедик аяҡ кейеме файҙаланыу һ.б.) һәм хирургик. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: сираҡ һәм табан быуындары артрозы, беренсе бармаҡтың вальгуслы деформацияһы. БДМУ‑ла статик Я.т. этиологияһы һәм патогенезы өйрәнелә (А.Н.Жильцов), табандарҙың дегенератив‑дистрофик деформацияһын диагностикалау һәм хирургик дауалау (Б.Ш.Минасов), ортопедик патологияһы булған граждандарға хәрби‑табип экспертизаһы үткәреү (Минасов, В.М.Петров, Т.В. Полторацкая) ысулдары камиллаштырыла.

Б.Ш.Минасов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: