РЕСУРСТАРҘЫ ҺАҠЛАУСЫ ТЕХНОЛОГИЯ
РЕСУРСТАРҘЫ ҺАҠЛАУСЫ ТЕХНОЛОГИЯ, энергия сарыф итеүҙе, тәбиғәт ресурстарын тотоноуҙы (эйәрсен продукттарҙы тотоу һәм утилләштереү, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу, таҙартылған һыуҙы киренән производство циклына ҡайтарыу һ.б.), төп һәм ярҙамсы материалдарға, күҙалланған сифат һәм талап ителгән хеҙмәт етештереүсәнлеге булғанда төп производстволағы эшселәргә сығымдарҙы кәметеү саралары ҡаралған дөйөмләштерелгән технологиялар атамаһы. Сеймал ресурстарын оптималь файҙаланыу — уларҙы комплекслы эшкәртеү юлы м‑н (ҡара: Ҡалдыҡһыҙ технология), энергетик — етештереүҙең төрлө стадияларында, сәнәғәт һәм производство булмаған биналарҙа уңайлы шарттар булдырыр өсөн, коммуналь‑көнкүреш эҫе һыу менән тәьмин итеү, йылытыу, һауа алмаштырыу, һауаны елләтеү, теплицаларҙы йылытыу һ.б. түбән потенциаллы (50—150°С) йылылыҡты утилләштереү юлы м‑н өлгәшелә. РФ‑та энергия һаҡлау потенциалы (ҡара: Икенсел яғыулыҡ‑энергетика ресурстары) 35—45%‑ҡа тиклем (380—430 млн т шартлы яғыулыҡ; 33% тирәһе яғыулыҡ‑энергетика, 35— 37%‑ы сәнәғәттә, 25—27%‑ы торлаҡ- коммуналь хужалығында) тупланған. Торлаҡ‑коммуналь хужалығында автоматлаштырылған идара итеү системаларын индереү эксплуатация сығымын (30%‑ҡа), һыу өсөн түләү (41%), йылылыҡ (50%), электроэнергия, диоксид углероды ташландыҡтарын (икеһе лә — 30%‑ҡа) кәметеүгә килтереүе мөмкин. РФ хөкүмәте тарафынан 1998 й. “Рәсәйҙә энергия һаҡлау” Федераль маҡсатлы программаһы, 2001 й. “Энергоэффектив иҡтисад” программаһы ҡабул ителә, уларҙы ике этапта үтәү ҡаралған: 2002—05 (энергия һаҡлау — 143— 156 млн т шартлы яғыулыҡ), 2006— 10 (152—169 млн т шартлы яғыулыҡ). Башҡортостанда “Энергия һаҡлау 2007—2012 йй.” Комплекслы программаһы эшләй. БДУ‑ла синтетик каучуктар, полимерҙарҙы, Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда нефть продукттарын, ӨДНТУ‑ла нефть һәм тәбиғи газды тәрән эшкәртеү б‑са, газ‑нефтехимия комплекстарын йыһазландырыу, нефтешламдарҙы утилләштереү һәм этилирланмаған бензин алыр өсөн иретеп йәбештерелгән ҡалын стеналы эре габаритлы ҡорамалдар етештереү, Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында скважиналар быраулау, нефтте йыйыу һәм әҙерләү, Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында изделиеларҙы аныҡ изотермик штамплау, үҙәккә симметриялы изделиеларҙы утҡа сыҙамлы материалдарҙан изотермик йәйеү, юғары баҫымлы шар һымак һауыттарҙы юғары пластик формалау һәм иретеп йәбештереү эштәре б‑са Р.һ.т. тикшерелгән. БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында ӨДНТУ м‑н берлектә төҙөлөш материалдары етештереү, БНИИСХ‑ла БДАУ м‑н берлектә а.х. продукттарын етештереү, һаҡлау һәм эшкәртеү б‑са Р.һ.т. тикшерелә.
М.В.Елисеев
Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров