Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭКОНОМИК ХӘҮЕФ

Просмотров: 1270

ЭКОНОМИК ХӘҮЕФ, и ҡ т и с а д и х ә ү е ф, хужалыҡ ҡарарын тормошҡа ашырыу йәки билдәле эште башҡарыу һөҙөмтәһендә финанс, матди һ.б. яҡтан зыян күреү ихтималлығы. Э.х. иҡт. эшмәкәрлек шарттарының үҙгәреүсәнлегенә бәйле. Микрокимәлдә уңайһыҙ иҡт. хәл пр‑тиены банкротлыҡҡа килтереүе мөмкин. Э.х. кәметеү алымдары: бизнес‑план төҙөү, эшмәкәрлек төрҙәрен, һатыу һәм һатып алыу каналдарын, инвестиция сығанаҡтарын киңәйтеү, резерв фондтар булдырыу, бүлендек пр‑тиеларҙа хәүефте локализациялау, бизнесты страховкалау, пр‑тиеларға дәүләт ярҙамы (субсидия һәм дотация) күрһәтеү һ.б. Макрокимәлдә интеграль төбәк хәүефе иҡтисадтың яңыртып етештереү процесының ышаныслылыҡ һәм тотороҡлолоҡ дәрәжәһе м‑н ҡылыҡһырлана (төбәктең иҡт. эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренең, атап әйткәндә, тулайым төбәк продуктының, ҙур булмаған тирбәлеш амплитудаһында сағыла). Ресурстар дефициты йәки тулайым төбәк продуктының ваҡыт арауығында тигеҙһеҙ етештерелеүе төбәк хәүефен арттыра, инвестициялар йәлеп итеүгә тотҡарлыҡ яһай. Башҡортостан Республикаһы иҡтисады тотороҡло үҫешкән төбәктәргә инә, был халыҡ‑ара кредит йәлеп итеү, берлектәге предприятиелар асыу мөмкинлеген бирә һ.б.

А.В.Йәнгиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: