Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҘАР ИҠТИСАДЫ

Просмотров: 1150

БАҘАР ИҠТИСАДЫ, тауар-аҡса мөнәсәбәттәренә, милек формалары төрлөлөгөнә, үҙ эшсе көсөнөң милекселәре булған етештереүселәр һәм граждандарҙың ирекле конкуренцияһына нигеҙләнгән милли иҡтисадты ойоштороу системаһы. Ирекле хаҡтар, һорау һәм тәҡдимдең үҙгәреп тороуы һәм дәүләт яғынан миним. контроль йоғонтоһонда үҙ-үҙен көйләү м‑н билдәләнә. Производствола ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәләре б‑са килемдәрҙе бүлеүгә, ҡулланыусы мөмкинлектәре киңәйеүенә булышлыҡ итә; иҡт. тотороҡһоҙлоғо м‑н айырыла, соц. тигеҙһеҙлекте көсәйтә һ.б. Үҫешкән көнбайыш илдәрендә Б.и. өҫтөнлөктәрен дәүләт көйләүе саралары м‑н бергә алып барған ҡатнаш иҡтисад моделе ҡулланыла.

19 б. аҙ. — 20 б. башында Рәсәйҙә һорау һәм тәҡдимдең, ирекле хаҡ яһалышының һ.б. баҙар механизмдары үҫеш ала. Баҙар процестары барышын дәүләт контролдә тота. Революциянан (1917) һуң иҡт. үҙәктән көйләү системаһы индерелә. Б.и. күсеү СССР тарҡалғандан һуң (1991) башлана. Дәүләт милкен хосусилаштырыу, хаҡтарҙы либералләштереү һ.б. иҡтисади реформалар Б.и. үҫеш процесын тиҙләтә. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереүгә, конкуренцияға ярҙам итеүгә, сит ил инвестицияларын йәлеп итеүгә һ.б. йүнәлтелгән закондар ҡабул ителә. Иҡт. үҙгәртеп ҡороу етештереүҙең кәмеүенә, инфляцияға, халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйеүенә, эшһеҙлеккә килтерә. Башҡортостанда 1991—98 йй. тулайым төбәк продукты 40%‑тан артығыраҡҡа кәмей (ҡара: табл.). 2000‑се йй. Башҡортостан иҡт. күтәрелеше экспортҡа йүнәлтелгән (ҡара: Тышҡы сауҙа) етештереүҙең үҫеүе, хужалыҡ әйләнешенә сәнәғәттә һ.б. өлкәләрҙә ваҡытлыса файҙаланылмаған ҡеүәттәрҙе йәлеп итеү м‑н бәйле була. 2003 й. респ. ауыл хужалығының реформаларға тиклемге кимәле кире ҡайтарыла. 2004—08 йй. респ. тулайым төбәк продукты 45,5%-ҡа үҫә. 2008—09 йй. донъя финанс-иҡт. көрсөгө арҡаһында респ. пр‑тиелары һәм ойошмалары сәнәғәт производствоһы күләмен кәметә (2009 й. 2008 й. м‑н сағыштырғанда 1,7%-ҡа).

 Әҙәб.: Башкортостан — 2015: стратегия развития. Уфа, 2004.

Г.М.Россинская

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: