РЕТРАНСЛЯТОР
РЕТРАНСЛЯТОР (лат. re — яңынан, ҡаршы, кире һәм translator — күсереүсе), радиоэлемтә (радиорелелы элемтә, йыһан элемтәһе һ.б.) линияһының элемтә алыҫлығын арттырыр өсөн линия пункттары араһында файҙаланылған радиотехник ҡоролма, электр үткәргән яһалма мөхит йәки күк есеме. Ҡабул итеү‑тапшырыу радиостанцияһынан ғибәрәт булған актив Р. айырыла, ул хәрәкәт иткән (элемтә спутнигы) йәки хәрәкәт итмәгән объектта (радиорелелы элемтә линияһының башняһы) урынлаштырыла, линиялары һаны сикләнгән элемтә селтәрен хеҙмәтләндерә; пассив Р. — сағылдырғыс, сәсә торған ҡоролма (мәҫ., көҙгө һымаҡ антенна, Ай), һаны сикләнмәгән линияларҙан торған селтәрҙе хеҙмәтләндерә. Телевидение һәм радио тапшырыуҙарҙы трансляциялағанда Р. функцияһын ер өҫтө тапшырыу станциялары, элемтә спутниктарының йыһан аппараттары үтәй. 1927 й. Башҡортостанда Өфө ҡ. Бөтә Союз радио тапшырыуҙары өсөн тәүге Р., 1958 й. Яңауыл ҡасабаһында Удмурт ТВ студияһы тапшырыуҙарын трансляциялау өсөн тәүге телевидение Р. төҙөлә. 1959 й. Өфөлә радио- телевидение тапшырыу станцияһы, Өфө—Салауат радиорелелы линияһы һәм Салауат ҡ. тәүге ҡеүәтле телевидение Р. файҙаланыуға индерелә. 1966 й. Өфө телеүҙәге һәм Салауат, Бәләбәй ҡҡ. телевидение Р. үҙәк ТВ тапшырыуҙарын даими трансляциялай башлай. 2002 й. Өфөлә спутник элемтәһенең тапшырыу станцияһы файҙаланыуға индерелә һәм “Intеlsat 904” йыһан аппаратының актив Р. аша Башҡортостан спутник телевидениеһының тапшырыуҙарын трансляциялау башлана. Федераль һәм респ. теле‑ һәм радио тапшырыуҙарын трансляциялау өсөн Өфө, Баймаҡ, Белорет, Бәләбәй, Салауат ҡҡ., Баҡалы, Борай, Мәсәғүт, Языково торама пункттарында ҡеүәтле Р., башҡа ауылдарҙа 300‑ҙән ашыу ҡеүәте түбән Р. ҡулланыла. 20 б. 90‑сы йй. яңы элемтә технологиялары өлкәһендә Р. файҙаланыла башлай (ҡара: Кәрәҙле элемтә).
В.И.Токтаев
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов