Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАДИОРЕЛЕЛЫ ЭЛЕМТӘ

Просмотров: 1232

РАДИОРЕЛЕЛЫ ЭЛЕМТӘ, ҡабул итеү‑тапшырыу (ретрансляциялау) радиостанциялары сынйыры аша сигналдарҙы деци‑ һәм сантиметр оҙонлоҡтағы тулҡындар (уларҙа күп һандағы радиотапшырғыстар түбән кимәлдәге ҡамасауҙар м‑н эшләй ала) ярҙамында тапшыра торған радиоэлемтә. Антеннаһы 30—120 м бейеклектәге мачтаға йәки башняға урынлаштырылған станция сигналды ҡабул итә, көсәйтә һәм икенсеһенә тапшыра. Р.э. системаларына тура күренеш, тропосфера (радиотулҡындарҙың тропосферала сәселеү эффектын файҙаланыу) һәм йыһан (йыһан ретрансляторҙары) линиялары инә. Сигналдарҙы бер үк ваҡытта тапшырыу өсөн каналдары йышлыҡ һәм ваҡыт б‑са бүленгән күп каналлы система ҡулланыла. Магистраль, зона һәм урындағы Р.э. линиялары ҡала‑ара телефон элемтәһе, ТВ һәм радио программаларын тапшырыу, Интернетҡа инеү, юлһыҙ райондарҙа элемтә ойоштороу һ.б., ш. уҡ төрлө производство һәм хеҙмәт бәйләнеше (т. юл транспортында, газ һәм нефть үткәргестәрендә дистанцион автоматлаштырылған идара итеү һәм контролдә тотоу) өсөн ҡулланыла. 1959 й. Башҡортостанда тәүге Өфө—Салауат Р.э. линияһы (“Стрела” аппаратураһын ҡулланып) төҙөлә, унда 1997 й. 3 теле‑ һәм 4 радиопрограмманы (ш. иҫ. респ. ТВ һәм радиоһы программалары ингән Бөтә Рәсәй каналдарын) Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. тапшырыу өсөн DRS‑155/8000 ҡорамалдары булған цифрлы радиорелелы станциялар файҙаланыуға индерелә. 2008 й. “Башинформсвязь” ААЙ‑ның 64 радиорелелы станцияһы иҫәпләнә, Р.э. линияларының оҙонлоғо яҡынса 2,4 мең км тәшкил итә. 1962—63 йй. ҡала‑ара телефон элемтәһе, ТВ программаларын, фотогәзиттәр тапшырыу өсөн Мәскәү—Ҡазан—Өфө Р.э. линияһы; 1981—83 йй. — магистраль буйындағы ҡалаларҙы, ш. иҫ. Өфө ҡ., тоташтырған Мәскәү—Хабаровск линияһы (телеграф, респ. яңылыҡтарын үҙәк ТВ тапшырыу һ.б.); 1996 й. “Ростелеком” ААЙ тарафынан Мәскәү— Хабаровск цифрлы линияһы (DRS‑155/4700 ҡоролмаһында) төҙөлә, унан Шишмә—Өфө линияһы б‑са мәғлүмәт оптик кабель б‑са тапшырыла, 2008 й. Өфө телеүҙәгендә урынлаштырылған SМА‑1 мультиплексоры аша телекүперҙәр ойошторола һәм респ. яңылыҡтары үҙәк ТВ каналдары аша тапшырыла. 80‑се йй. башында “Промсвязь” з‑дында СВЧ‑диапазонда эшләгән Р.э. линиялары өсөн ҡабул итеү‑тапшырыу ҡорамалдарын (тәүге партияһы Шишмә—Ҡырғыҙ— Миәкә—Фёдоровка линияһында 300 телефон каналы өсөн урынлаштырыла); зона Р.э. линияларын ойошторор өсөн Курс‑8О, Курс‑8ОТМ, Ракита‑8, Ракита‑8М һ.б. комплекстарын (бер үк ваҡытта 2 телевидение программаһын һәм 720 телефон каналын тапшыра) етештереү үҙләштерелә. Шулай уҡ ҡара: Ретранслятор.

И.И.Городецкий, С.М.Ғәбиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: