Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИҪКЕН РЕСПИРАТОР АУЫРЫУҘАР

Просмотров: 1169

КИҪКЕН РЕСПИРАТОР АУЫРЫУҘАР, кеше һәм хайуандар ауырыуҙары төркөмө, уға башлыса тын алыу системаһының өҫкө бүлектәре (йотҡолоҡ өҫтө, тамаҡ, боғарлаҡ, үпкә көпшәһе) зарарланыуы хас. Сәбәптәре: вирустар, бактериялар, ш. иҫ. шартлыпатоген микроорганизмдар, микоплазмалар һ.б. Кешенең К.р.а. араһында иң күп таралғандары киҫкен респиратор вируслы инфекциялар (ОРВИ): грипп, парагрипп, аденовируслы, респиратор‑синтициаль, риновируслы, реовируслы һ.б.; хайуандарҙа — парагрипп һәм ринотрахеит (һыйыр малында), һаҡау һәм грипп (йылҡы малында), инфекцион ларинготрахеит, респиратор микоплазмоз (ҡоштарҙа) һ.б. Һалҡын тейеү, иммунитеттың түбәнәйеүе, организмдың аллергияларға бирешеүе һ.б. ауырыу үҫешенә сәбәпсе була. Инкубация осоро — 7 тәүлеккә тиклем. Төп симптомдары: тымаулау, тамаҡ ҡымырйыуы, йүтәлләү, т‑ра күтәрелеү, баш ауыртыуы. Пневмония, киҫкен стенозланыусы ларинготрахеобронхит, тын юлдарының хроник ауырыуҙары һ.б. өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал. Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник һәм лаб. тикшереүҙәр (вирусологик, серологик, иммунофлюоресцент микроскопия) мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз (вирусҡа ҡаршы, тән эҫелеген баҫыусы, десенсибилизациялаусы, иммунитетты модуляциялаусы препараттар һ.б.). Иҫкәртеү: сәләмәт йәшәү рәүеше, сынығыу, вакцинация һ.б. саралар. Башҡортостанда 100 мең кешегә ОРВИ м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2007 — 17740,0; 2009 — 24027,5; 2011 — 19633,4; грипп м‑н ауырығандар ошоға ярашлы — 215,7; 55,6; 23,4. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында 20 б. 60‑сы йй. алып грипп вирусының һәм аденовирустарҙың типоспецифик антигендарын айырып алыу (П.А.Егоров, Ф.Г.Исупов), 70‑се йй. алып грипты диагностикалау ысулдарын камиллаштырыу, гриппоз вакцина эшләп сығарыу һәм камиллаштырыу (А.И.Васяев, И.Б.Ишкилдин, В.В.Наркевич, Г.Н.Старухина һ.б.), 21 б. башынан М.М.Алсынбаев етәкс. А/НN(ҡош грибы) һәм А/НN (сусҡа грибы) ауырыуҙарына ҡаршы вакцина булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Медицина университетында грипты һ.б. ОРВИ-ларҙы (Д.Ә.Вәлишин, О.И.Ҡотоев, А.П.Мамон, Д.Х.Хунафина), ш. иҫ. балаларҙа (В.Б.Егоров, И.А.Ушакова һ.б.), иҫкәртеү һәм дауалау б‑са тикшереүҙәр үткәрелә, дауалау өсөн иодантипирин һәм афлубин ҡулланыу, грипты һ.б. ОРВИ‑ларҙы иҫкәртеү өсөн ремантадин, анаферон, интерферон һәм амиксин ҡулланыу (А.Н.Бурганова, А.Т.Ғәлиева, Л.Р.Шәйхуллина, А.М.Шәмсиева) һөҙөмтәләре өйрәнелә.

Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: