Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘБУШАТҠЫС

Просмотров: 1081

ҮҘБУШАТҠЫС, ауҙарылмалы йөк платформаһы булған махсуслаштырылған транспорт сараһы (ҡара: Йөк автомобиле). Үҙбушатҡыс тағылмаһы булған автомобиль поезы составында эшләй ала. Ҡорос платформалары һәм йөктө 3 яҡҡа (артҡа, бер яҡҡа йәки бер яҡҡа һәм артҡа) бушатыуҙы тәьмин иткән телескоп тибындағы күтәргестәре була. Төҙөлөш материалдарын, сәнәғәт һәм а.х. йөктәрен ташыу өсөн файҙаланыла. Башҡортостанда 1977 й. алып “НефАЗ” ААЙ КамАЗ автомобиленеңсериялы шассийы нигеҙендә Ү. 30-ҙан ашыу моделен сығара: яңғыҙ Ү. (йөк күтәреүсәнлеге 7 т алып 20 т тиклем) һәм автомобиль поездары (30 т тиклем).

В.К.Корнеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: