Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӨК АВТОМОБИЛЕ

Просмотров: 1759

ЙӨК АВТОМОБИЛЕ, рельсһыҙ юлдар буйлап йөк һәм пассажирҙар ташый торған тәгәрмәсле транспорт машинаһы. Й.а. шассиҙан (йөрөү өлөшө һәм двигатель м‑н кабина) һәм кузов (платформа) йәки махсус конструкция рәүешендәге йөк ташыу өлөшөнән тора. Ташыла торған йөктөң төрө б‑са Й.а. универсаль һәм махсуслаштырылған (йөк‑пассажирҙар йөрөтә торған, үҙбушатҡыстар һ.б.) була, конструктив схема б‑са яңғыҙ һәм автомобиль поездары айырыла. Йөк күтәреүсәнлеге б‑са түбәндәге кластарға бүленә: йөк күтәреүсәнлеге бик бәләкәй (0,5 т тиклем), бәләкәй (0,5—2 т), уртаса (2—5 т), ҙур (5—15 т) һәм бик ҙур (15 т ашыу). БР‑ҙа 20 б. 70‑се йй. 2‑се ярт. алып РФ‑тың һәм БДБ илдәренең автомобиль пртиелары сығарған шассиҙар базаһында Й.а. йыйыу ғәмәлгә ашырыла. “НефАЗ” ААЙ ҡорамалдар һәм эшселәр бригадаһын ташыу өсөн махсус автомобилдәр, асыҡ төҫтәге нефть продукттары, эсәр һыу өсөн — автоцистерналар, бөртөклө сәнәғәт, а.х., төҙөлөш йөктәре өсөн үҙбушатҡыстар сығара; Туймазы автобетоновоздар заводы төҙөлөш иҙмәләрен ташыу һәм бер үк ваҡытта әҙерләү өсөн бетон бутағыстар етештерә.

В.К.Корнеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019