Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СКАРЛАТИНА

Просмотров: 879

СКАРЛАТИНА (итал. scarlattina), киҫкен инфекцион ауырыу. Тыуҙырыусыһы: А төркөмөнә ҡараған гемолитик стрептококк, тышҡы мөхит шарттарына тотороҡло, дезинфекция саралары тәьҫирендә үлә. Йышыраҡ 3—10 йәштәге балалар ауырый. Типик (еңел, уртаса ауырлыҡта һәм ауыр) һәм атипик (юйылған, гипертоксик, экстрабуккаль) С. айырыла. Башлыса һауа аша С. йәки стрептококк инфекцияһының башҡа клиник формаһы м‑н (ангина, назофарингит) ауырыған кешенән йәки бактерия йөрөтөүсенән йоға. Инкубация осоро 2—7 көн (ҡайһы берҙә бер нисә сәғ. алып 12 тәүлеккә тиклем) тәшкил итә. Төп симптомдары: юғары т‑ра, йотҡолоҡ һәм аңҡау миндалиналары гиперемияһы, ярмалы (“ал ҡыҙыл”) тел, тәндә алһыу-ҡыҙыл нөктәләр рәүешендәге сабыртма, артабан ҡауаҡлана; 1‑се йәки 2‑се аҙна аҙ. йөрәктең инфекция м‑н зарарланыу синдромы үҫешә. Өҙлөгөүҙәр: лимфаденит, миокардит, нефрит, отит, синусит һ.б. Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла (бактериологик, иммунологик һ.б.). Дауалау: медикаментоз (бактерияға ҡаршы, гипосенсибилизациялаусы һ.б. препараттар), симптоматик терапия. Иҫкәртеү: ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау һәм изоляциялау. Башҡортостанда 100 мең кешегә С. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2004 й. — 17,06; 2006 — 19,07; 2008 — 25,49 кеше. 20 б. 50‑се йй. Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда (ҡара: “Иммунопрепарат”) скарлатиналы гемолитик стрептококтарҙың серологик типтары һәм биол. әүҙемлеге тикшерелә (А.В.Шабыкина). 60‑сы йй. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) С. үҫеш сәбәптәре өйрәнелә, уның өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеү ысулдары, эпидемияға ҡаршы һәм дауалау сараларының ойоштороу формалары эшләнә (М.А.Бикмөхәмәтова, Л.В.Макарова), 70‑се йй. гемолитик стрептококтарҙың патогенлыҡ факторҙары (Л.Н.Кондратюк) һәм С. клиник үҙенсәлектәре тикшерелә (М.П.Соколова).

В.Б.Егоров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: