Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СКОЛИОЗ

Просмотров: 1063

СКОЛИОЗ (гр. scoliosis — кәкрәйеү), умыртҡалыҡтың фронталь, торсия м‑н, сагитталь һәм горизонталь йүнәлештәрҙә кәкрәйеп формаһы боҙолоуы. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре б‑са диспластик (тоташтырғыс туҡыманың системалы дисплазияһы), тыумыштан (умыртҡаның үҫеш аномалияһы), нейро‑мускул (үҙәк нервы системаһы һәм мускул туҡымаһы ауырыуҙары), шешеүҙәрҙән һуң (остеомиелит, умыртҡалыҡ туберкулёзы), метаболик (минераль баланстың боҙолоуы), шештәр һ.б. төрҙәргә айыралар. С. көсәйеп китеүе күкрәк ситлегенең һәм янбаштың деформацияһына, эске ағзалар ҡуҙғалыуына һәм үпкә, йөрәк, ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары эшмәкәрлеге боҙолоуына килтерә. Төп симптомдары: күкрәк ситлегендәге ҡабырға дуғаһының бер яҡтан асимметрик ҡабарып сығып тороуы, ҡалаҡ һөйәгенең ҡанат формаһында булыуы, умыртҡалыҡтың бил тәңгәлендә мускул валигы барлыҡҡа килеү. Диагностика өсөн клиник һәм инструменталь (рентгенография, компьютер оптик топографияһы, компьютер, магнит‑резонанс томографияһы һ.б.) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: консерватив (дауалау физкультураһы, массаж, йөҙөү, корсетта йөрөү һ.б.) һәм хирургик (һөйәк спондилодезы). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: неврологик (ишемик һәм компрессион синдромдар) спондилолистез, умыртҡалыҡ каналы стенозы һ.б. Башҡортостанда умыртҡалыҡтың сколиотик деформацияһы булған балалар һәм үҫмерҙәр түбәндәгесә теркәлгән: 2004 й. — 10712; 2006 — 10491; 2007 — 11223 кеше. Медицина университетында С. хирургик дауалау ысулдары камиллаштырыла (А.Н. Жильцов, Б.Ш. Минасов, Ф.Ф. Мөхәмәтов, В.В.Никитин һ.б.). Өфөнөң 17‑се дауаханаһы базаһында С. булған балаларҙа ағзалар патологияһы өйрәнелә (А.Р.Йәнекәев), ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм реабилитациялау ысулдары эшләнә (Т.В.Полторацкая, П.С.Псянчин, Р.Ә.Һөндөков, Д.И.Юнысов). Мануаль терапия үҙәгендә консерватив дауалау (А.Ф.Ғәлләмова, М.В. Машкин), Табип‑физкультура диспансерында балаларҙа С. булғанда дауалау физкультураһы ысулдары камиллаштырыла (Л.С.Фәттәхова).

Б.Ш.Минасов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: