Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЧАЛЫ УРМАН МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

Просмотров: 769

УЧАЛЫ УРМАН МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ. 1976 й. ойошторола, 1981 й. файҙаланыуға индерелә (ағас тейәгестәр, ботаҡ ҡырҡҡыс, ботаҡ ҡырҡҡыс‑бысыу, транспорт‑тейәү машиналары; 90‑сы йй. уртаһында ТЭЦ һәм ГЭС‑тар өсөн йылытыу‑техник ҡорамалдар, манипуляторҙар, ашлыҡ киптергестәр; 2000 й. алып утын яғыла торған һыу йылытыу ҡаҙандары, нефтехимия сәнәғәте өсөн арҡыры тығыҙлағыстар, регенератив һәм рекуператив һауа йылытҡыстар етештереү башлана), 2002 й. башлап ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына иретеп йәбештереү‑йыйыу, механика (икеһе лә 1981 й. нигеҙләнгән), энергетика (1980) цехтары; әҙерләмәләр, инструменттар, ремонт‑эксплуатация (1981) участкалары ингән. 2003 й. 249 кеше эшләгән; 122,9 т һауа йылытҡыс етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатылған.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: