ПОШКУС Болюс Игнович
ПОШКУС Болюс Игнович (9.4.1930, Литва ССР‑ы Ужумельничис а. — 9.7.2014, Мәскәү), иҡтисадсы. В.И. Ленин ис. Бөтә Союз а.х. ф. акад. (1985), Беларус Респ. ФА (1991), Ҡаҙағстан Респ. Милли ФА (1992) акад., БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), иҡт. ф. д‑ры (1980), проф. (1982). Литва ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1980) һәм атҡ. иҡтисадсыһы (1976). Вильнюс ун‑тын тамамлағандан һуң (1955) Литва ССР‑ында эшләй: ФА‑ның Иҡтисад ин‑тында, 1959 й. алып Дәүләт планы бүлеге нач. урынбаҫары, 1966 й. – Ауыл хужалығы иҡт. ҒТИ директоры. 1989 й. алып Мәскәүҙә: СССР МС‑ында, 1991 й. – Рәсәй а.х. фәндәре акад. вице‑президенты, 1997 й. Бөтә Рәсәй аграр проблемалар һәм информатика ин‑тының баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге АСК пр‑тиеларында хужалыҡ итеүҙең иҡт. механизмын өйрәнеүгә арналған. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР ЮС‑ының 12‑се һәм Литва ССР‑ының 8–10‑сы саҡырылыш депутаты. Литва ССР‑ының Дәүләт пр. лауреаты (1980). Ленин (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978) орд. м‑н бүләкләнгән.
Х е ҙ м.: Резервы дальнейшего увеличения сельскохозяйственного производства. Вильнюс, 1972; Выравнивание экономических условий хозяйствования. Вильнюс, 1979; Крестьянство России на перепутье. М., 2005.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев