Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОСУСИЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 896

ХОСУСИЛАШТЫРЫУ (лат. рrivatus – хосуси), дәүләт йәки муниц. милекте (предприятиелар йәки уларҙың бүлексәләре, биналар, ҡоролмалар, ҡорамалдар, лицензиялар, акциялар, ер фонды, торлаҡ фонды һ.б.) хосуси милеккәалыу. Илдә инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген көсәйтеү, иҡтисадҡа дәүләт субсидияларын һәм дотацияларҙы кәметеү һ.б. маҡсаттарҙа үткәрелә. Х. рөхсәт ителгән һәм рөхсәт ителмәгән объекттар айырыла. Пр-тиеларҙы Х. хосусилаштырылыусы пр-тиелар базаһында ойошторолған акционерҙар йәмғиәтенең акцияларын һатыу; аукционда, инвестициялау коммерция конкурсында пр-тиеларҙы һатыу; дәүләт һәм муниц. милеккә ингән өлөштәрҙе һатыу; ҡуртымға алынған милекте һатып алыу юлдары м-н үткәрелә. РФ-та Х. 1992 й. башлана. Ҙур пр-тиелар (хеҙм-рҙәр һаны – 1000-дән ашыу кеше; 1992 й. 1 ғин. ҡарата төп фондтарының баланс хаҡы – 50 млн һумдан ашыу) ААЙ-ға үҙгәртеү юлы, бәләкәй пр-тиелар (200 кешегә тиклем; 1 млн һумдан кәмерәк) – аукционда йәки конкурста һатыу юлы м-н хосусилаштырыла. Халыҡҡа пр-тиеларҙың һәм чеклы инвестиция фондтарының акциялары; пр-тиеларҙы йәки уларҙың мөлкәтен, ер участкаларын һатып алыр өсөн хосусилаштырыу чектары (номиналь хаҡы – 10 мең һум, ҡулланыу срогы – 1994 й. аҙ. тиклем) бирелә. Тәүҙә муниц. милек объекттары (сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү пр-тиелары һ.б.), һуңынан – дәүләт милке (ҙур сәнәғәт пр-тиелары) хосусилаштырыла. 90-сы йй. башындағы Х. иҡтисадты дәүләт ҡарамағынан алыуға һәм баҙар иҡтисадының нигеҙҙәрен төҙөүгә булышлыҡ итә. Башҡортостанда 1992—93 йй. Х. төп ысулдары — ҡуртымдағы мөлкәтте һатып алыу (57— 63%) һәм коммерция конкурсы б-са һатыу (28—20%), 1994—97 йй.–акционерлаштырыу(65—56%) була. 1993—95 йй. Х. киң тарала, 1996 й. алып һирәк осраҡта файҙаланыла (ҡара: табл.). Хосусилаштырыу чектарының номиналы 40 мең һумға тиклем арттырыла, уларҙы ҡулланыу срогы ярты йылға тиклем оҙонайтыла. Башҡортостан иҡтисады өсөн стратегик яҡтан мөһим пр-тиеларҙы хосусилаштырғанда акцияларҙың контроль пакетын йәки “алтын акция”ны дәүләт ҡарамағында һаҡлау күҙ уңында тотола.

Г.Ф.Биғлова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: