Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛАСТИК ДЕФОРМАЦИЯ

Просмотров: 1226

ПЛАСТИК ДЕФОРМАЦИЯ, ҡаты есемдең формаһы йәки уның үлсәмдәренең тыштан тәьҫир иткән көс туҡтағандан һуң юғалмаған үҙгәреүе. Иреү т‑раһына ҡарата һалҡын хәл‑ дәге (t≤0,4tиреү, кристаллик төҙөлөштөң дефекттары тупланыу һәм һығылмалылыҡтың кәмеүе иҫәбенә деформация ныҡлығының артыуына килтерә) һәм ҡыҙҙырмалы (t>0,5tиреү, ныҡлығы һиҙелерлек артмай) деформацияны айыралар. Кристаллик есемдәрҙең П.д. шыуҙырыу (күбеһенсә атомдар тығыҙыраҡ урынлаштырып һалынған яҫылыҡтар б‑са) юлы м‑н башҡарыла. Металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү материалдарҙың П.д. һәләтлегенә нигеҙләнгән. П.д. материалдарҙың үҙенсәлектәрен яҡшыртыу һәм махсус структуралы материалдарҙы (анизотроп материалдар, градиент материалдар, ультраваҡ бөртөклө һәм нанокристаллик иретмәләр) алыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. ӨДАТУ‑ла, 80‑се йй. уртаһынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында, 90‑сы йй. башынан БДУ‑ла (В.В.Астанин, Р.З. Вәлиев, О.Ә.Ҡайбышев, Р.Р.Мөлөков, Г.А.Салищев һ.б.) П.д. физикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә, ныҡлығы юғары булған иретмәләрҙең структураһын яҡшыртыу һәм улар м‑н идара итеү ысулдары уйлап сығарыла, ш. иҫ. үтә һығылмалы һәм күләмле наноструктур материалдар алыу б‑са эштәр башҡарыла. Изделиеларҙы уларҙың сифатын яҡшырта һәм ҡиммәтле төҫлө металдарҙың сығымын байтаҡ кәметеүҙе тәьмин иткән интенсив П.д. ысулы м‑н сығарыу технологиялары эшләнгән (ҡа‑ ра: Никель иретмәләре). Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың һәм БДБ илдәренең сәнәғәт пр‑тиеларында индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Үтә һығылмалылыҡ.

В.В.Астанин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019