Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТАЛДАРҘЫ БАҪЫМ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ

Просмотров: 1277

МЕТАЛДАРҘЫ БАҪЫМ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ, металл эшкәртеүҙең изделиелар яһағанда әҙерләмәләрҙе пластик юл м‑н формалаштырыуҙа ҡулланылған технологик процестары. М.б.я.э. металлургияла (һуҙыу, преслау, прокатлау) һәм машиналар эшләүҙә (сүкеү, штамплау, формалау) ҡулланылған төрҙәрен айыралар. М.б.я.э. һөҙөмтәһендә металдарҙың физик‑механик үҙенсәлектәре яҡшыра, арҡыры киҫелеше даими йәки периодик булған изделиелар, төрлө формалағы берәмләп сығарылған изделиелар алына. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. “Автонормаль” пр‑тиеһында тажлы гайкаларҙы һуңынан механик юл__м‑н эшкәртеү талап ителмәгән һалҡын килеш ултыртыу процесы индерелгән. ӨАИ‑ла һәм “Гидравлика” ФДУП‑ында һығылмалы үткәргес торбалар өсөн гофрировкалы эсәктәрҙе формалау технологияһы эшләнгән һәм производствоға индерелгән. Технология һәм производствоны ойоштороу институтында ҡатмарлы фасондағы профилдәрҙе буйына периодик прокатлау ысулы м‑н вальцовкалау өсөн “Гидравлика”, Күмертау авиация производство пр‑тиеларында индерелгән 4СП2 станы проектланған һәм яһалған. 80‑се йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында, ӨАИ‑ла нигеҙенә ағым көсөргәнеше һәм эшкәрткәндә көс һалыу сағыштырмаса бәләкәй булғанда металдарҙың ҙур пластик деформацияланыуының законлыҡтары һалынған М.б.я.э. технологиялары эшләнгән, титан һәм алюмин иретмәләренән, үтә һығылмалылыҡты файҙаланып, ҡатмарлы профилдәге изделиеларҙы алыуҙың технологик процестары уйлап табылған.

В.М.Грешнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: