Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕСЕМ ӨҪТӨН ПЛАСТИК ЭШКӘРТЕҮ

Просмотров: 1076

ЕСЕМ ӨҪТӨН ПЛАСТИК ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү ысулы, эшкәртеү ваҡытында изделиеның өҫкө йөҙ ҡатламы ғына деформациялана. Е.ө.п.э. статик һәм һуҡма ысулдары айырыла; шар, диск, ролик йәки башҡа конфигурациялағы есем эшкәртелеүсе йөҙгә тәгәрәү, шыуыу йәки индерелеү схемалары б‑са тәьҫир итә. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында (И.Р.Асланян, Н.П.Барыкин һ.б.) аҡ ҡурғаш нигеҙендәге антифрикция материалдары өсөн Е.ө.п.э. ысулдарын камиллаштырыу эше үткәрелә; пар турбиналарының шыуыу подшипниктарын эшкәртеү өсөн универсаль ҡорамалдар, етештереүҙе ябайлаштырыусы һәм изделиелар ресурсын арттырыусы технология уйлап табыла. Эш һөҙөмтәләре “Башкирэнерго” пр‑тиеларында һәм Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә индерелгән.

И.Р.Асланян

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: