Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР АҪТЫ ҠОРОЛМАЛАРЫ

Просмотров: 1567

ЕР АҪТЫ ҠОРОЛМАЛАРЫ, тау тоҡомдарындағы төрлө тәғәйенләнештәге ҡоролмалар. Һай (15 м тиклем, асыҡ, ҡайһы ваҡытта ябыҡ ысул м‑н төҙөлә) һәм тәрән (15 м тәрәнерәк, ябыҡ) һалыныусы Е.а.ҡ. була. Е.а.ҡ. транспорт һәм гидротехник тоннелдәр (ҡара: Туннель), метрополитен, электр станцияларының ер аҫты комплекстары, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр, гараждар, һыу, нефть, газ һаҡлағыстар, складтар, сәнәғәт пр‑тиелары, хәрби объекттар һ.б. инә. Е.а.ҡ. төҙөгәндә геотехниканың төрлө алымдары ҡулланыла. Е.а.ҡ. проектлауҙы һәм төҙөүҙе, объекттың геототороҡлолоғон һәм инженерлыҡгеол. шарттарҙың үҙгәреүсәнлеген иҫәпкә алып, махсуслаштырылған ойошмалар башҡара. Е.а.ҡ. төҙөүҙең хәүефһеҙлеге разведканың хәүефле зоналарҙы табырға ярҙам итеүсе геофизик алымдарын һәм махсус технологияларҙы ҡулланыу м‑н тәьмин ителә. Улар боҙолған зоналарҙың ер ҡаҙыу эштәренә кире йоғонто яһауына һәм ер өҫтөнөң ултырыуына юл ҡуймай. Башҡортостанда Е.а.ҡ. проекттарын тармаҡтың проект учреждениелары, ш. уҡ “Башҡортостан Промстройпроекты”, Башҡ‑н төҙөлөш ҒТИ һ.б. башҡара. Өфөлә В.И.Мартин етәкс. Көнбайыш Урал инженер-төҙөлөш эштәре тресы 1982 й. — тәрән һалына торған (60 м тиклем) метрополитен (“Метрогипротранс” ин‑ты проекты, Мәскәү), 1992 й. — метрополитендың һай һалына торған 1‑се сиратын (“Нижегородметропроект” ин‑ты), 2002—03 йй. “Ульяновтар” станцияһынан “Муса Гәрәев бульвары” станцияһына тиклем 1‑се башланғыс участканы төҙөү өсөн инженергеол. эштәр үткәрелә. Төҙөлөш иҡт. яҡтан маҡсатҡа ярашлы булмағанлыҡтан, проекттар ҡабул ителмәй. “30‑сы төҙөлөш идаралығы” ФДУП‑ы (Межгорье ҡ.) 1992 й. — Өфөлә ябыҡ ысул м‑н Мәскәү—Силәбе автомобиль юлына сығыу урыны булған 1249 м оҙонлоҡтағы ике үтмәле автомобиль юлы тоннеле, 90‑сы йй. аҙ. Ағиҙел й. Йомағужа гидроузелының ер аҫты гидротехник ҡоролмаларын төҙөй башлай. Башҡ‑н төҙөлөш ҒТИ‑нда тәрән котловандарҙа асыҡ ысул м‑н ҡоролған Ҡариҙел й. аша һалынған күпергә сығыу урыны булған автомобиль юлы тоннеле порталы (Н.З.Готман, Э.Д.Насирова), Конгресс-холл бинаһының (А.Л.Готман), “СемьЯ” сауҙа-күңел асыу комплексының, Өфөләге т. юл вокзалының (Н.З.Готман, Л.В.Оркина) һ.б. Е.а.ҡ. проекттары төҙөлә. 2003—04 йй. Г.В.Тэненбаум етәкс. Е.а.ҡ. монолит тимер-бетон стеналрының гидроизоляцияһын тәьмин итеү өсөн ҡоро ҡатышмалар уйлап табыла.

А.Л.Готман

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019