Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОТЕХНИКА

Просмотров: 1320

ГЕОТЕХНИКА (гео… һәм техника), төҙөлөш һәм реконструкция шарттары ҡыҫынҡы булғанда ер аҫты арауығын үҙләштереүҙең бер-береһе м‑н бәйле техник сиселештәре, ысулдары һәм алымдары йыйылмаһы. Г. ысулдары тәрән фундаменттарҙы, подвал биналарын (ш. иҫ. күп ҡатлы), ер аҫтындағы (гараждар, сауҙа-мәҙәниәт үҙәктәре) һәм махсус тәғәйенләнешле биналарҙы, ҡатмарлы ер өҫтө һәм ер аҫты  ҡоролмаларын (эстакадалар, тоннелдәр) һ.б. төҙөгән ваҡытта файҙаланыла. Грунтта стена һалыу, грунт анкерҙарын файҙаланыу, грунтты ағым м‑н нығытыу, арматуралау технологияларын, геотекстиль материалдар ҡулланыуҙы үҙ эсенә ала. Грунтта стена һалыу өсөн траншея ҡаҙыу балсыҡ иҙмәһе аҫтында алып барыла, ул һуңынан фундамент, ер аҫты бинаһының стенаһы, терәп торған стена (тимер-бетондан) йәки фильтрацияға ҡаршы торған япма (һыуға тотороҡло балсыҡтан йәки синтетик материалдан) булып хеҙмәт иткән материал м‑н алмаштырыла. Грунт анкерҙары грунтта стенаны нығытып тотоу, биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың грунтта тотороҡлолоғон һаҡлау, таяуҙарҙы нығытыу өсөн һәм һурып сығарыусы көстәрҙе үҙенә алған махсус анкерлы фундаменттар сифатында файҙаланыла. Грунтты ағым м‑н нығытыу ер аҫты ҡатламдарында (уларҙы асмайынса) грунтты йомшартыу өсөн юғары баҫымлы һауа ағымын йәки уны нығытыу өсөн һыу-цемент ағымын булдырыусы монитор ҡуйылған ҡорамал ярҙамында цемент-грунт конструкциялар (бағаналар, нығытылған массивтар) эшләүҙе күҙ уңында тота. Грунтты арматуралау уны алдан йәйеп һалынған юғары ныҡлыҡтағы арматура — рәшәткәләр, күсәрҙәр һ.б. өҫтөнә горизонталь йүнәлештә ҡатламлап һалыуға ҡайтып ҡала. Арматуралауҙың хәҙ. алымдары ҡыҫынҡы төҙөлөш шарттарында вертикаль таяу стеналарын ҡорорға мөмкинлек бирә. Геотекстиль — юғары ныҡлыҡтағы синтетик материалдар – арматуралау, диафрагмалау, дренажлау һ.б. өсөн төҙөлгән конструкцияларҙың ҡатлам, каркас, таҫма, рәшәткә, дренаж селтәре һ.б. элементтары сифатында файҙаланыла. Башҡортостанда геотехник ысулдар 20 б. 80‑се йй. ҡулланыла башлай. Грунтта стена һалыу технологияһы — Мәләүез шәкәр заводында вагон ауҙарғыстың ер аҫты өлөшөн, Өфөлә автомобиль юлында ике үткәргесле тоннелде, Йомағужа һыу һаҡлағысының фильтрацияланыуға ҡаршы тороусы япмаһын төҙөгәндә, грунтты ағым м-н нығытыу ысулы “Полиэф” ААЙ (Благовещен ҡ.) өсөн Ағиҙел й. буйында причал төҙөгәндә файҙаланыла. “Туҡылмаған материалдар фабрикаһы” ЯСЙ (Туймазы ҡ.) — геотекстиль материалдар (армосет, армотекс, геомат һ.б.), “Газпром нефтехим Салават” ААЙ полипропилен геокаркас етештерә.

Э.И.Мөлөков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: