Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУЛЬМОНОЛОГИЯ

Просмотров: 955

ПУЛЬМОНОЛОГИЯ (лат. púlmo — үпкә һәм ...логия), терапия бүлеге, унда тын алыу ағзалары (үпкә һәм тын алыу юлдары) ауырыуҙарының этиологияһы, патогенезы, клиник формалары өйрәнелә, уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнә. Уларҙы өйрәнеү түбәндәге төрҙәргә бүленә: cпецифик булмаған ауырыуҙар (бронхит, пневмония, бронхиаль астма, хроник обструктив үпкә ауырыуы һ.б.), һөнәри ауырыуҙар, тын алыу ағзаларындағы шештәр, үпкә туберкулёзы һ.б. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 40‑сы йй. алып пневмонияның (З.Ш.Заһиҙуллин, Д.И.Татаринов) һ.б. тын алыу ағзалары ауырыуҙарының (В.А.Верёвкина, Ғ.Н.Тереғолов, Р.Ғ.Фәрхетдинов, Б.Х.Әхмәтова, И.И.Якина һ.б.), 60‑сы йй. башлап Л.Д.Ғатауллина етәкс. — балаларҙа булған пневмонияның патогенезы, клиникаһы, диагностикалау һәм дауалау ысулдары; 80‑се йй. алып сәнәғәт пр‑тиеһы эшселәрендә һәм сәнәғәт ҡалаһы халҡында тын алыу ағзалары ауырыуҙарының эпидемиологияһы һәм уларҙы иҫкәртеү ысулдары (Ш.З.Заһиҙуллин, Э.Р.Исхаҡов, А.Я.Крюкова һ.б.) өйрәнелә, бронхы‑үпкә ауырыуҙарын, ш. иҫ. үпкә ауырыуҙары башҡа ағза һәм системалар ауырыуҙары м‑н бергә барғанда (Ә.Б.Бәкеров, Х.Х.Ганцева, Р.Ә.Дәүләтшин, В.Л.Нәзифуллин, В.И.Никуличева, Р.М.Фазлыева, У.Р.Фәрхетдинов), балалар муковисцидозын (Э.Н.Әхмәҙиева) диагностикалау һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла. 90‑сы йй. башлап бронхиаль астманың, ш. иҫ. балаларҙа булған (М.Я.Маҡаева, Р.М.Фәйзуллина), патогенезы (Д.М. Ғәбитова, Р.Х.Зөлҡәрнәев, Л.И.Ильясова, С.Я.Панкова, В.Ф.Шакиров), БР‑ҙа клиник‑генетик үҙенсәлектәре (А.Р.Шалухина) тикшерелә, дауалау ысулдары камиллаштырыла (Ш.З.Заһиҙуллин, С.А.Коликова); дауахананан тыш пневмония мәсьәләләре ҡарала (Г.М.Байышева, В.Э.Бәкерова, Е.Г.Левина һ.б.). 2000 й. алып балаларҙа хроник бронхы‑үпкә ауырыуҙары булғанда клиник‑иммунологик күрһәткестәр (Л.И.Бабенкова, М.И.Николаева, Э.И.Эткина); хроник обструктив үпкә ауырыуының үҫеш механизмдары (М.С. Арыҫланова, Ш.У.Фәрхетдинов), формалашыуының клиник‑генетик үҙенсәлектәре (О.В.Байнак, Д.Г.Янбаева); хроник бронхит м‑н ауырыған кешеләрҙә матдәләр алмашыныуы һәм клиник‑функциональ күрһәткестәр (Л.Р.Минһажева, А.С.Сәлихова), ш. иҫ. ҡымыҙ ҡулланып (Р.В. Әхмәҙуллин), өйрәнелә. Тын алыу ағзаларында хроник ауырыуҙар булған балаларҙа патогенез, матдәләр алмашыныуы, клиник‑иммунологик һәм фенотипик күрһәткестәр (Т.М.Коценко, Г.Р.Мәдйәрова, Ә.Н.Нуриәхмәтова), ҡайһы бер соматик ауырыуҙар генезында өҫкө тын алыу юлдары патологияһының әһәмиәте (Р.Ф.Ғәтиәтуллин, Т.И.Пишняк) тикшерелә. Махсус мед. ярҙамы респ. (Респ. клиник дауаханаһы базаһында), балалар (Респ. балалар клиник дауаханаһы) пульмонология үҙәктәрендә, Өфө (21‑се һәм 13‑сө), Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Белорет, Бәләбәй, Дүртөйлө, Ишембай һәм Учалы р‑ндары дауаханаларында күрһәтелә.

Ш.З.Заһиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: