Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОНТАҠ МЕТАЛЛУРГИЯҺЫ

Просмотров: 1058

ОНТАҠ МЕТАЛЛУРГИЯҺЫ, металдар онтағын, иретмәләрҙе һәм химик берләшмәләрҙе, уларҙан яһалған ярым фабрикаттарҙы һәм изделиеларҙы йәки уларҙың металл булмаған онтаҡтар м‑н ҡатышмалаларын төп компонентты иретмәйенсә етештереү. О.м. технологияһы түбәндәге төп стадияларҙы үҙ эсенә ала: тәүге онтаҡтарҙы алыу һәм уларҙан шихта (ҡатышма) яһау, онтаҡтарҙы (йәки уларҙыңҡатышмаларын) әҙерләмәләр итеп тығыҙлау, киҫәкле хәлгә килтереү. Онтаҡтарҙы алыу өсөн механик (металдарҙы йәки уларҙың берләшмәләрен ваҡлау һәм шыйыҡ металдарҙы йәки иретмәләрҙе үтә ныҡ ваҡлау) һәм физик‑химик (металл ок‑ сидтарын газдар, металдар ярҙамында ҡайтарыу, металдарҙың карбонилдарын тарҡатыу, һыулы иретмәләрҙе һәм тоҙ иретмәләрен электролизлау) алымдар ҡулланыла. Ваҡланған онтаҡтар яндырыла, тығыҙландырыла (металл матрицаларҙа бер йәки ике яҡтан преслау, прокатлау, шыйыҡса йәки газ м‑н изостатик преслау, мөштөклө преслау, шликерлы ҡойоу, шартлау йәки инжектор ярҙамында формалау), киҫәкле хәлгә (изделиеның тығыҙлығын арттырыу һәм билдәле механик, физик‑химик үҙенсәлектәр комплексын булдырыу өсөн) килтерелә. Изделиелар электр мейестәрендә, индукцион мейестәрҙә, туранан тура ток үткәреү юлы м‑н йылытыла. Киҫәкле хәлгә килтереүһәм преслау бер процесҡа берләштерелергә мөмкин (баҫым аҫтында киҫәкле хәлгә килтереү, эҫетеп преслау). О.м. ысулдары м‑н алынған материалдарҙы онтаҡ материалдары тип атайҙар (конструкция, триботехника, фильтрлау материалдарына, ҡаты иретмәләргә, юғары температуралы, электротехник һ.б. материалдарға бүленәләр) һәм сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында инструменттар, күҙәнәкле подшипниктар, поршендәр, фильтрҙар һ.б. машина, механизмдар деталдәрен әҙерләүөсөн файҙаланалар. Башҡортостанда О.м. ысулдары Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, Өфө агрегат производство берекмәһендә, “Гидравлика” ААЙ‑нда һ.б. ҡулланыла. ӨМЭПБ‑ла лазер м‑н селектив киҫәкле хәлгә килтереү техноогияларын, компьютерҙар ярҙамында проектлау мәғлүмәттәре б‑са онтаҡ материалдарынан моделдәр әҙерләүҙе файҙаланалар; ӨАПБ‑ла онтаҡ материалдарынан каналлы көпшәләр, ҡабыҙыу шәмдәре, электрҙан изоляциялау, йылылыҡтан изоляциялау из‑ делиелары һ.б. эшләйҙәр.

Н.Ғ.Зарипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: