Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТАЛЛУРГИЯ

Просмотров: 1401

МЕТАЛЛУРГИЯ (гр. metallurgeјō — мәғдән сығарам, металл эшкәртәм), 1) тәбиғи сеймалдан һәм икенсе металл ингән продукттарҙан (ш. иҫ. металл материалдар, иретмәләр, изделиелар етештереү ҡалдыҡтарынан) металл етештереүҙе, иретмәләр алыуҙы, металдарҙы юғары һәм түбән т‑раларҙа эшкәртеүҙе (ҡара: Металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү), иретеп йәбештереүҙе, металға билдәле форма биреүҙе (ҡара: Ҡойоу), һаҡлағыс һәм нығытҡыс металл ҡаплауҙар йүгертеүҙе (ҡара: Гальванотехника) үҙ эсенә алған сәнәғәт тармағы. Ҡара металлургияға һәм төҫлө металлургияға бүленә. Металдарҙы айырып алыу алымдары — гидрометаллургия, пирометаллургия, онтаҡ металлургияһы һ.б. Айырып алыу процесы эсенә мәғдәнде әҙерләү (онтау, ваҡлау, иләү, айырыу, эретеү) һәм байыҡтырыу (флотация, гравитация, магнит, электростатик һ.б. ысулдар), концентраттарҙы уларҙың реакцияға инеү һәләтен һәм артабанғы эшкәртеүҙәрҙең етештереүсәнлеген арттырыу өсөн киптереү, составындағы киҫәктәрҙе бер төрлө үлсәмле итеп ваҡлау, ҡатыштырыу һәм киҫәктәргә уҡмаштырыу (агломерация, катанкалау, брикетлау), металдарҙы айырып алыу һәм рафинирлау, металл онтаҡтарынан изделиелар яһау инә. Шахталы, ҡайтарма йәки электростатик мейестәрҙә, конвертерҙарҙа һ.б. алып барыла. Сорбция м‑н экстракцияны ҡулланыу эретмәләрҙән һәм пульпанан металдарҙы туранан‑тура айырып алыу мөмкинлеген бирә. Төҫлө металдарҙы һыулы эретмәләрҙән (баҡыр, никель, кобальт, цинк) һәм иретмәләрҙән (алюмин, магний) рафинирлау өсөн электролитик тондороу ысулын, айырыуса таҙа металдарҙы һәм ярымүткәргестәрҙе алыу өсөн — рафинирлауҙың кристаллофизик ысулдарын (зонала иретеү, иретмәләрҙән монокристалдарҙы һуҙып сығарыу), металдарға ярашлы үҙенсәлектәр биреү өсөн эшкәртеүҙең термик, термомеханик, химик‑термик һ.б. төрҙәрен ҡулланалар. Тимерсыбыҡ яһау өсөн һуҙыу ысулы ҡулланыла. Прокат стандары ярҙамында табаҡтар, таҫмалар, торбалар, бөгөлгән һәм периодик профилдәр, биметалдар һ.б. төр изделиелар сығарыла. Башҡортостанда М. барлыҡҡакилеүе тау__эше һәм тау сәнәғәте үҫешенә бәйле. Республиканың ҡара М. пр‑тиеһына Белорет металлургия комбинаты ҡарай, төҫлө М. Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты, Бүребай тау‑байыҡтырыу комбинаты, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты, алтын табыу сәнәғәте пр‑тиелары инә. Металл һыныҡтарын, ҡалдыҡтарын йыйыу һәм эшкәртеү “Башвтормет”, “Башвторцветмет” пр‑тиеларында ойошторолған. 2) Мәғдәндәрҙән һ.б. материалдарҙан металдар алыу процестарын өйрәнгән фән һәм техника өлкәһе. Металдарҙы концентрациялау, сығарып алыу, рафинирлау һәм легирлау процестарының законлыҡтары, ш. уҡ иретмәләрҙең, материалдарҙың, ярым фабрикаттарҙың һәм уларҙан яһалған изделиеларҙың составы, структураһы һәм үҙенсәлектәре физик, химик, физик‑химик ысулдарҙы файҙаланып өйрәнелә. М. файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу һәм эшкәртеүҙә файҙаланылған машиналарҙы, аппараттарҙы, агрегаттарҙы уйлап табыу, эшләү, эксплуатациялау, металдар өҫтөнә һаҡлағыс ҡаплауҙарҙы йүгертеү процестарын камиллаштырыу ҡарай. Еңел, ныҡлы һәм коррозияға сыҙамлы яңы материалдарҙы уйлап табыу машиналар эшләү, электроника, космонавтика өлкәләрендә күп ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә. Республикала 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Авиация техник университетында металдарҙы өйрәнеү һәм металлофизика өлкәләрендә тикшеренеүҙәр алып барыла. Металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү, термик һәм химик‑термик юл м‑н эшкәртеү, ҡойоу производствоһы, онтаҡ М., иретеп йәбештереү, паять итеү, металлаштырыу процестары уйлап табыла һәм камиллаштырыла. 70‑се йй. Химия ин‑тында Ю.Е.Никитин етәкс. нефть сульфидтарын һәм сульфоксидтарын ерҙә һирәк элементтарҙы экстракция ысулы м‑н айырып сығарыу һәм алыу, азот һәм көкөрт ингән полимер сорбенттарын сорбциялап концентрациялау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. 80‑се йй. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында, ӨДАТУ‑ла металдарҙың үтә һығылмалылығы, 90‑сы йй. башлап күләмле наноструктур материалдар алыу өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә.

И.Н.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019