ПУПЫКИНА Кира Александровна
ПУПЫКИНА Кира Александровна (29.4.1966, Өфө ҡ.), фармакогност. Фармацевтика фәндәре докторы (2009), профессор (2012). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2016). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан флораһының ҡырағай үҫкән һәм интродукцияланған дарыу үҫемлектәрен өйрәнеүгә, аш һеңдереү системаһы, төрлө йәрәхәттәрҙе, ауыҙ ҡыуышлығының шешеү, тән тиреһе ауырыуҙарын һ.б. иҫкәртеү һәм комплекслы дауалау өсөн үҫемлектәрҙән дарыу эшләүгә арналған.
Х е ҙ м.: Фитотерапия артериальной гипертензии. Уфа, 2010 (авторҙ.); Георгины в Башкирском Предуралье: биологические особенности и перспективы использования. Уфа, 2014 (авторҙ.); Лекарственные препараты растительного происхождения для профилактики и лечения заболеваний органов пищеварения. М., 2020 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина