Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАРЫУ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ

Просмотров: 2091

ДАРЫУ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ, медицина һәм ветеринарияла дауалау йәки иҫкәртеү саралары булараҡ ҡулланылған үҫемлектәр. Д.ү. дауалау үҙенсәлектәре уларҙа биологик актив матдәләр (күләме үҫемлектең төрө, йәше һәм мөхит шарттарына бәйле) булыуы м‑н бәйле. Д.ү. дарыухана практикаһында — төнәтмә, һарҡынды һ.б. дарыу формаларын, гален производстволарында — төнәтмә, һурынты һ.б. гален һәм яңы гален препараттарын әҙерләү, химия‑фармацевтика етештереүҙә таҙа тәьҫир итеүсе матдәләр алыу өсөн файҙаланыла. БР флораһында Д.ү. фәнни медицинала ҡулланылған — яҡынса 100 төрө һәм халыҡ медицинаһында 100‑ҙән ашыу төрө асыҡланған. Башлыса ҡырағай Д.ү. сеймалы тотонола, ҡайһы бер төрҙәр (арония, календула һ.б.) культивациялана. Д.ү. тәьҫир итеүсе матдәләрҙең күләме һәм кешенең, хайуандарҙың организмына өҫтөнлөк итеүсе фармакологик тәьҫире б‑са классификациялана. Тәьҫир итеүсе матдәләрҙең күләме б‑са составында лайлалар (алтей, ҡурай еләге, юл япрағы һ.б.), май һәм липидтар (етен, кукуруз һ.б.), витаминдар (кесерткән, миләш, эт дегәнәге һ.б.), эфир майҙары (ҡанүлән, мәтрүш, һаҙанаҡ һ.б.), гликозидтар (һары умырзая, ынйы сәскә һ.б.), алкалоидтар (биҙгәксән, тилебәрән һ.б.), фенол берләшмәләре (ҡыҙыл көртмәле, туйыр абағаһы һ.б.), антрацен биреүселәр (ҡуҙғалаҡ, эт муйылы һ.б.), флавоноидтар (арыҫлан ҡойроғо, энәлек һ.б.), дуплаусы матдәләр (ерек, имән һ.б.) булған Д.ү. бүленә. Фармакологик классификация б‑са Д.ү. 10‑дан ашыу төркөмө айырып йөрөтөлә. Үҙәк нервы системаһы ауырыуҙарын дауалау ваҡытында — арыҫлан ҡойроғо, ҡамсат сәскә, шыҡтым һ.б., йөрәк һәм ҡан тамырҙарын – уймаҡ сәскә, һары умырзая, һары үләне, ынйы сәскә һ.б., ашҡаҙан‑эсәк юлын — бүре муйылы, кәбеҫтә, ҡаҙ үләне, ҡымыҙлыҡ, ҡырҡъяпраҡ, һарыгүҙ һ.б., бауыр, үт ҡыуығы, бөйөр һәм бәүел юлдарын дауалау ваҡытында барбарис, ҡайын, ҡырҡбыуын, туманаҡ, шиңмәҫгөл һ.б. ҡулланыла. Спазмолитик, ауыртыуҙы баҫыусы сара булараҡ — кишер, тилебәрән, укроп һ.б., ҡамаштырыусы, антисептик, микробҡа, шешеүгә ҡаршы – андыҙ, һары мәтрүш һ.б., бабасырға ҡаршы – еҙтөймә, ҡабаҡ, һарымһаҡ һ.б., ҡан туҡтатыуҙа — балан, кесерткән, көтөүсе муҡсаһы, меңъяпраҡ һ.б., инсектицид һәм акарицид булараҡ аҡһырғаҡ, ҡарағай һ.б. файҙаланыла. Гинекологияла — һары томбойоҡ, һырғанаҡ һ.б., дерматологияла – ҡайын, эт дегәнәге, хамомилля һ.б., авитаминозды дауалағанда һәм иҫкәрткәндә витаминлы үҫемлектәр һ.б. ҡулланыла. Башҡортостандың Д.ү. т‑да тәүге эштәр 20 б. 20‑се йй. А.Черданцев һәм А.Э.Линд тарафынан баҫылып сыға. 20‑се йй. аҙ. алып Д.ү. таралыуын өйрәнеүҙе Башҡортостан комплекслы экспедицияһы үткәрә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Д.ү. ареалдары – Өфөгә эвакуацияланған ғалимдар (В.И.Грубов, М.И.Котов һ.б.) һәм Е.Н.КлобуковаАлисова етәкс. Ботаника баҡсаһының (ҡара: Ботаника баҡса‑институты) хеҙм‑рҙәре тарафынан, фармакологик үҙенсәлектәре Медицина университетында (И.А. Лерман) өйрәнелә. 50‑се йй. Ботаника баҡсаһында Д.ү. 100‑ҙән ашыу төрөн интродукциялау һәм уларҙың үҫеү, ҡулланыу даирәләрен өйрәнеү б‑са эштәр алып барыла (Клобукова-Алисова). Респ. Д.ү. системалы рәүештә тикшереү 60‑сы йй. башлана. Биология институтында — Д.ү. ареалы, биологияһы, ресурстары (Е.В.Кучеров, Ә.Х.Ғәлиева һ.б.), БДМУ‑ла – Д.ү. запасы һәм фармакологияһы (Р.Н.Абдуллина, Ф.С.Зарудий, Д.Н.Лазарева, В.С.Мөхәмәтшина, Х.М.Насиров, Т.И.Плеханова, С.С.Хәйретдинов һ.б.), Ботаника баҡсаһында интродукцияланған үҫемлектәрҙең (Л.М.Абрамова, И.З.Андреева, И.Е.Анищенко, Р.В.Вафин, О.А.Кәримова һ.б.) һәм бүлмә үҫемлектәренең (З.Н.Сөләймәнова) фенологияһы өйрәнелә. 90‑сы йй. алып Башҡорт дәүләт университетында (Р.М.Бәширова, И.Й.Усманов һ.б.), Сибай институтында (Н.И.Барышникова, М.М.Ишморатова, Ә.Ә.Әминева һ.б.) һәм Биология ин‑тында (С.Н.Жигунова, Ә.Ә.Иҫәнғолова, Н.И.Фёдоров һ.б.) һ.б. — Д.ү. популяция төҙөлөшөн, физиологик һәм химик составын, БДМУ‑ла (Ю.Г.Афанасьева, Н.В.Кудашкина, К.А.Пупыкина һ.б.) фармакогностик үҙенсәлектәрен тикшереү башлана. 20‑нән ашыу Д.ү. (дарыу алтейы, Шишкин йүтәл үләне, ябай көкөртлөкәй, янтайыусан шыҡтым һ.б.) БРҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.М.Абрамова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023