Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУШКАРЁВ Василий Александрович

Просмотров: 683

ПУШКАРЁВ Василий Александрович (5.3.1959, Ырымбур өлкәһе Абдулла районы Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы совхозының 1‑се бүлексәһе), онколог. Медицина фәндәре докторы (2007). РФ‑тың (2012), БР‑ҙың (2004) атҡаҙанған табибы, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) 1986 й. тиклем Туймазы үҙәк район дауаханаһында эшләй. 1988 й. алып ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегендә, 1991 й. — 18‑се дауаханала, 1996 й. башлап Республика клиник онкология диспансерының (бөтәһе лә — Өфө ҡ.) бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге эндометрий, балаятҡы муйынтығы, түллек биҙҙәре рагын иртә диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, тышҡы енси ағзаларҙың яман шештәре этиологияһын өйрәнеүгә арналған. Пушкарёв тарафынан эндометрийҙың патологик процестары ваҡытында диагностика һәм дауалау алгоритмы тәҡдим ителә һәм ғәмәлгә индерелә. Уның ҡатнашлығында һары мәтрүш төнәтмәһен алыу ысулы эшләнә. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2019).

Х е ҙ м.: Физиология и патология эндометрия. Уфа, 2003 (авторҙ.); Опухоли матки. Уфа, 2004 (авторҙ.); Физиология и патология репродуктивной системы женщины. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021