Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫРҘАРҘЫ ЭШКӘРТЕҮ

Просмотров: 1267

ҺЫРҘАРҘЫ ЭШКӘРТЕҮ, металл ҡырҡҡыс инструменттың винт һымаҡ хәрәкәте ваҡытында деталдең цилиндр йәки конус рәүешендәге өҫкө йөҙөндә һыр барлыҡҡа килеү процесы. Ҡырҡыу, пластик деформация, был ысулдарҙы комбинациялау юлы м‑н ҡулдан йәки металл ҡырҡыу станоктарында башҡарыла. Һ.э. өсөн ҡырҡҡыстар, метчиктар, плашкалар, фрезалар, тараҡтар һәм төрлө һыр яһау баштары ҡулланыла. Ҡырҡыу инструментын һайлап алыу һырлы йөҙҙәрҙең урынлашыуына (эстә, тышта), үлсәнешенә (метрик, дюймда, модулле, питчлы), профиленә (өсмөйөш, трапецеидаль, тура мөйөшлө, түңәрәк һ.б.), винт һыҙығының йүнәлешенә (уң, һул), һыр юлдарының һанына (бер һәм күп) һ.б. ҡарап билдәләнгән классификацияға бәйле. Машина деталдәренең яҡынса 70%‑ында һырлы йөҙ бар. Һ.э. динамик йөкләмәләр, юғары һәм түбән т‑ралар, агрессив мөхиттәр һ.б. ауыр шарттарҙа эшләгән ныҡ йөкләндерелгән деталдәрҙе тоташтырыу урынында һырҙың өҫкө ҡатламдарында бирелгән аныҡлыҡты, ҡытыршылыҡты, физик‑механик үҙсәнлектәрҙе тәьмин итергә тейеш. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. уртаһынан Авиация техник университетында “Гидравлика” ФДУП‑ы м‑н берлектә ҡырҡҡыс ярҙамында тышҡы һырҙарҙы, 80‑се йй. уртаһынан “Автонормаль” з‑ды м‑н берлектә — деформациялаусы метчик ярҙамында эске һырҙарҙы булдырыу процестары өйрәнелә. 80‑се йй. ӨАИ‑ла (Ю.А.Гордеев, Р.Р.Латипов) тутыҡмай торған ҡоростарҙа, титан иретмәләрендә тышҡы һырҙарҙы ҡырҡҡыс м‑н булдырыуҙың оптималь режимдары уйлап табыла, улар “Гидравлика”, Күмертау авиация производство предприятиеһында һ.б. индерелә; ӨАИ‑ның хужалыҡ иҫәбендәге ижад үҙәгендә (В.Ю.Шолом һ.б.) майлағыс‑һыуытыусы шыйыҡсаларҙы, “Автонормаль” з‑дында индерелгән деформациялаусы метчик ярҙамында Һ.э. режимдарын һайлап алыу ысулдары табыла.

Р.Р.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: