Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОЗА ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1186

РОЗА ҺЫМАҠТАР (Rosaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 118 заты, 3,5 меңгә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм үләндәр. Башҡортостанда 20 заттан яҡынса 100 төрө (ағуна үләне, ҡараған, миндаль һ.б.) үҫә. Бер, күп йыллыҡ үләндәр, һирәгерәк ағастар, ҡыуаҡлыҡтар һәм ярым ҡыуаҡлыҡтар. Һабаҡтары төҙ, һирәк осраҡта йәйенке, йәйелеүсән йәки түшәлеүсән, тармаҡлы, һирәгерәк ябай. Япраҡтары һаплы, күп осраҡта япраҡ ҡолаҡсынлы, ябай (бөтөн йәки айырсалы), бармаҡ һымаҡ һәм ҡыйғас, һабаҡ япраҡтары — сиратлы, тамыр яны япраҡтары — суҡлы. Сәскәләре ваҡтан алып эрегә тиклем, йышыраҡ аҡ, һары, ал төҫтә, дөрөҫ формала, ике енесле, яҡшы үҫешкән гипантий м‑н (сәскә эргәлеге нигеҙе һәм һеркәс епсәләре ҡушылып үҫкән киңәйтелгән сәскә төбө). Сәскә эргәлеге ике ҡатлы, башлыса 5 быуынлы, күп төрҙәрҙең каса аҫты бар. Һеркәстәре 20—400, ҡайһы берҙә 10 йәки 5, һирәк осраҡта 2 йәки 1. Емешлеге берәү йәки күберәк, емшәне өҫкө йәки аҫҡы. Сәскәләре яңғыҙар йәки ҡалҡансыҡтарҙа, тәлгәштәрҙә, башаҡтарҙа, баштарҙа урынлашҡан. Башлыса бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә. Ҡаҙ үләне, эттабан, әлморон, рубус заттарына ҡараған төрҙәр өсөн апомиксис (енси процесһыҙ үрсеү юлы) хас. Емеше — төшлө емеш, к¢п япраҡлы, күп сәтләүекле, алма һ.б. Емештәре һәм орлоҡтары кеше, хайуандар (имеҙеүселәр, ҡоштар, бөжәктәр һ.б.) ярҙамында тарала. Болондарҙа, баҫыуҙарҙа, урмандарҙа, далаларҙа, ҡайһы бер төрҙәре тундрала, һаҙлыҡтарҙа һәм һыу ятҡылыҡтары ярҙары буйлап үҫә. Емеш (алмағас, груша, сейә һ.б.), еләк (еләк, ҡара бөрлөгән, ҡыҙыл бөрлөгән, мораҡ һ.б.), декоратив (миндаль, тубылғы, әлморон һ.б.), баллы (ерек ҡураһы, йәбешкәк, ҡыҫыр сәскә һ.б.), дарыу (ҡаҙ үләне, ҡурай еләге, ҡылысъяпраҡ, ҡырҡъяпраҡ, муйыл, энәлек һ.б.) үҫемлектәре; Р. күп төрҙәре халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Р. 9 һирәк төрө индерелгән: ал бөрлөгән, ҡыҙыл бөрлөгән, текән әлморон, реликттар — ағуна үләне, ҡыуаҡлы курил сәйе, ҡом ҡаҙ үләне, аҡ ҡаҙ үләне; эндемиктар — Кузнецов ҡаҙ үләне, Эверсманн ҡаҙ үләне.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.07.2023