Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАНҮЛӘН

Просмотров: 815

ҠАНҮЛӘН, к е й ә ү ү л ә н е (Thymus), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразияла (тропиктарҙан башҡа) һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Ағас һабаҡлы һырылыусан, күтәрелеүсән, һирәгерәк төҙ ваҡ ҡыуаҡлыҡ, бейеклеге 5—30 см. Япрағы бөтөн, ҡапма‑ҡаршы, аҙ төклө, нөктә кеүек биҙсәләр м‑н. Сәскәһе тоноҡ алһыуҙан алып ал төҫкә тиклем, тура көпшәле, баш йәки башаҡ рәүешле сәскәлектәргә йыйылған ялған суҡтарҙа. Май—авг. сәскә ата. Емеше — йомортҡа формаһындағы сәтләүек, июнь—сент. өлгөрә. Ташлы далаларҙа, ҡаяларҙа, тау тоҡомдары сыҡҡан урындарҙа үҫә. Маршал Ҡ. һәм Урал Ҡ. респ. барлыҡ дала һәм урманлы дала бүлкәттәрендә тиерлек; Талиев Ҡ. — Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында; ҡандала Ҡ. — һирәкләп Башҡортостандың Урал алдының дала бүлкәтендә; башҡорт Ҡ. һәм гөбөрлә Ҡ. — Йылайыр платоһында; ҡаҙаҡ Ҡ. — Башҡортостандың Урал аръяғында; төрткөлө Ҡ. — башлыса далала һәм аҙ япраҡлы Ҡ. һирәкләп Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тау болондары һәм яланғас бүлкәттәрендә осрай. Ҡ. төрҙәре (Маршал Ҡ. башҡа) эндемиктар. Составында флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, медицинала ҡулланыла. Декоратив, һитә биреүсе, ашарға яраҡлы, эфир майлы һәм баллы үҫемлек. Ҡандала Ҡ. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Ҡандала ҡанүләне (Thymus cimicinus)


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.04.2023